АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
3 Декабрь 2021, 11:08

Сәйнүк Хәйбуллаға китте!

6 — 16-декарбргә тиклем 2022 йылға "Атайсал" гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылыу декаднигы старт ала. Мөмкинлек сыҡҡанда гәзиткә яҙылып шәп бүләктәр отоп ҡалайыҡ. Әлеге ваҡытта гәзиткә яҙылыусылар араһында "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйыны бара. Алдағы аҙналарҙа уйнатылған бүләктәребеҙ Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына юлланһа, бөгөнгө уйында электр сәйнүген Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылынан М.Таҡалов отто. Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Түбәндәге телефон һандары аша бәйләнешкә сығып, бүләген килеп алыуҙы һорайбыҙ. Ә беҙҙең уйын дауам итә. Киләһе аҙнала ниндәй приз булыр тип уйлайһығыҙ?

Сәйнүк Хәйбуллаға китте!
Сәйнүк Хәйбуллаға китте!

6 — 16-декарбргә тиклем 2022 йылға "Атайсал" гәзитенә ташламалы хаҡ менән яҙылыу декаднигы старт ала. Мөмкинлек сыҡҡанда гәзиткә яҙылып шәп бүләктәр отоп ҡалайыҡ. Әлеге ваҡытта гәзиткә яҙылыусылар араһында "Гәзиткә яҙыл да бүләк от" уйыны бара. Алдағы аҙналарҙа уйнатылған бүләктәребеҙ Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына юлланһа, бөгөнгө уйында электр сәйнүген Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылынан М.Таҡалов отто. Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Түбәндәге телефон һандары аша бәйләнешкә сығып, бүләген килеп алыуҙы һорайбыҙ.

Ә беҙҙең уйын дауам итә. Киләһе аҙнала сәйәхәткә сығыу йыйылмаһы уйнатыла. Шулай уҡ яҙылыу осоро тамамланғас, дөйөм приздар отторасаҡбыҙ. Төп приз— ҙур балаҫ!

Уйында ҡатнашыу өсөн гәзиткә яҙылыу квитанцияһының фотоһын йә күсермәһен беҙгә 8-927-941-26-06 ватсап һандарына йәки электрон адресҡа [email protected] ебәрергә ашығығыҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уйында бер йылға, йә ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша. Почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы--626 һум 10 тин, йыллыҡ--1137 һум 71 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакцияның подписка бүлеге аша ярты йылға 600 һум, бер йылға 1100 һум түләп яҙыла ала.

Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Автор:Альфира Узянбаева