АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Декабрь 2021, 09:39

Был ғаиләләр һалым түләмәйәсәк

Яңы торлаҡ, иҫкеһен һатып алған йылда уҡ, йәиһә икенсе йылдың 30 апреленә тиклем алынырға тейеш. Был осраҡта ғаилә ағзаларының икенсе торлағы булмауы ла тикшереләсәк.

Был ғаиләләр һалым түләмәйәсәк
Был ғаиләләр һалым түләмәйәсәк

Рәсәй президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында яңы указға ҡул ҡуйҙы. Фатирҙарын, йәки өйҙәрен һатып яңы торлаҡ алыусы ике һәм унан күберәк бәлиғ булмаған  бала тәрбиәләүсе (уллыҡҡа алыусылар ҙа инә) һәм 24 йәшкә тиклемге студент балалары булған ата-әсәләр физик шәхестәр һалымынан (НДФЛ) азат ителә. Шуны иҫтә тоторға кәрәк, яңы торлаҡ, иҫкеһен һатып алған йылда уҡ, йәиһә икенсе йылдың 30 апреленә тиклем алынырға тейеш. Был осраҡта ғаилә ағзаларының икенсе торлағы булмауы ла тикшереләсәк

#ВВПУТИН  

Автор:Альфира Узянбаева