АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Ноябрь 2021, 11:03

Сарыҡтағы аяҡ өшөмәй

Баймаҡ районы Түбә ауылы ағинәйҙәре аяҡтарына сарыҡ кейеп, теҙ генә баҫып йөрөйҙәр икән. Әйткәндәй, сарыҡ —ул  ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн буҫтау ҡуңыслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Ул мотлаҡ орнаменттар менән биҙәлергә тейеш. Түбә ағинәйҙәре сарыҡты нисек тегеп алған?

Түбә ауылы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына йөрөүселәр күптән сарыҡ тегеү менә ҡыҙыҡһына ине. Уларҙың һорауы буйынса район үҙәгендә оҫталыҡ  әрестәре уҙғарылған. Был милли  аяҡ кейемен тегеп кейгәс,  Түбә ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер уны тегеү буйынса үҙҙәре оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Былай ҙа ҡул эшенә оҫта апайҙарҙың сарыҡтар иҫ китмәле матур! Уларға “Афарин”дар тип әйтәһе генә ҡала!

Автор:Альфира Узянбаева