АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Ноябрь 2021, 12:11

Аптырарһың был донъяға

Әйтеп аңлатып биреп булмайҙыр ул ундай хәлде. Ишектән ингәндән үк тырым-тыраҡай ятҡан кейемдәр, бысраҡ өс бала, йыуылмаған һауыт-һаба, иҙән, йыртылып бөткән обойҙар...Ә әсә иҫерек тип уйлап ҡуймағыҙ. Шарылдап торған ҡатын, ыҫпай кейенгән, тырнаҡтар буялған, күҙҙәрҙә яһалма керпектәр. Мин уны күргәс, юғалып ҡалдым, хатта.

Аптырарһың был донъяға
Аптырарһың был донъяға

Аптырарһың был донъяға

“Аҡсаның бәрәкәте юҡ хәҙер” тиҙәр күптәр. Ысынлап та, эш хаҡы алып, арлы-бирле түләүҙәрҙе түләһәң, кеҫәнән ел һыҙғыра башлай. Ярай донъя йөгөн парлашып тартһаң, балаларҙы тигеҙ тәрбиәләһәң. Улай ҙа еткереп булмай: түңәрәктәргә түлә, ашханаға түлә, урамға сыҡһаң аҡса кәрәк һәм башҡалар. Ҙурыраҡ әйбер алайым тиһәң, ярты йыл самаһы ҡунаҡ саҡырмаҫҡа, дуҫтар киләбеҙ тиһә-өйҙә булмауға һылтанып утты һүндереп ултырырға, телефондарҙы алмаҫҡа, йәиһә үҙебеҙгә барырға... Былар, әлбиттә, ысынлы-шаярыу ҡатыш әйтелде. Әммә, күрше ҡалала йәшәгән әхирәтемдең: “Беҙ фатирға ҡиммәтле ремонт эшләп ҡуйҙыҡ,” - тигәненә иҫ китте. Ире яңғыҙы эшләй, ике бала балалар баҡсаһында, фатир ипотекала, әхирәтем эшләмәй. Минең аптырағанға: “Мин мәшғүллек үҙәгендә торам, һинең эш хаҡынан ике тапҡырға күберәк аҡса алам, эшләмәһәң “выгодныраҡ” килеп сыға”,- тип яуап бирҙе.

Әйтер һүҙем бер аҙ икенсе йүнәлештә. Интернет селтәрендә төрлө йәмәғәт төркөмдәре бер туҡтауһыҙ ауыр йәшәгән ғаиләләргә аҡса, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек йыйып ярҙам итә. Бына мин дә бер аҙ ярҙам итәйем тип, аҙыҡ-түлек алып, балаларҙың кейелмәгән кейемдәрен, тотонолмаған юрған, мендәрҙәрҙә артыҡ күреп, йыйып ҡуйҙым. Тик ирекмәндәрҙең ылауына эләкмәй ҡалдым. Аҙаҡ балаларының йәше минекеләргә тура килгән ғаиләнең адресын алып, үҙем алып барҙым.

Минең аптырауым....Әйтеп аңлатып биреп булмайҙыр ул ундай хәлде. Ишектән ингәндән үк тырым-тыраҡай ятҡан кейемдәр, бысраҡ өс бала, йыуылмаған һауыт-һаба, иҙән, йыртылып бөткән обойҙар...Ә әсә иҫерек тип уйлап ҡуймағыҙ. Шарылдап торған ҡатын, ыҫпай кейенгән, тырнаҡтар буялған, күҙҙәрҙә яһалма керпектәр. Мин уны күргәс, юғалып ҡалдым. Балалар алып килгән аҙыҡ-түлекте һырып алды. Алма, печеньеларҙы һөйрәп сығарҙылар ҙа, төрлө яҡҡа һибелделәр. Улар ошондай алып килеүселәргә өйрәнеп бөткән. Үҙеңде күрмәйҙәр ҙә. Ә әсәй минең аптыраулы ҡарашымды күргәс:

-Өс бала менән өйҙө йыйыштырып булмай. Биш минуттан шул уҡ хәл. Керҙәрен дә йыуып тормайым. Кейем-һалым күп, бысранғандарын ташлап торам. Һауыт-һабаны ла ташлайым, улар ҙа килеп тора. Иҫке әйберҙе ҡулланырға яратмайым. Нимәгә ул,-тине эре генә.

-Ә иҙәндәрҙе һепереп алһаң таҙараҡ була түгелме?

- Беҙгә бит социаль хеҙмәткәр беркетелгән, ул аҙнаһына ике тапҡыр килеп йыйыштыра. Уға эш хаҡы түләйҙәр, эшләһен. Беҙ уға ҡамасауламайбыҙ. Мин былай ҙа балалар менән арыйым.

- Һауыт-һабаны йыуып, аш бүлмәһен рәткә килтерерлек кенә хәлең барҙыр бит. Нишләп эшкә урынлашыу, балаларҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыуҙы уйламайһың?

Ҡатындың йөҙө боҙолдо. Кемдер килеп һинең донъяңды тикшереп торһон әле.

-Баҡсанан һуң улар бер туҡтауһыҙ ауырый. Уларға урын булмағаны өсөн миңә өҫтәмә түләү бирелә. Мәшғүллек үҙәгенә аҡса алып торам бит. Һуҡыр бер тин өсөн эшләп йөрөмәйем инде. Аш бүлмәһенә килгәндә, унда йыуа башлаһаң көнө буйы йыйыштырырға кәрәк. Мин арыным былай ҙа. Бына һеҙҙең дә әйберҙәргә мохтаж түгелбеҙ, улайтҡансы, телефон һандары аша аҡса ғына күсерергә кәрәк ине...

Мин үҙ көсөмә эшләп алынған әйберҙәрҙең бер ике аҙнан сүп һауытында ятасағын аңлап, эсем бошто. Тиҙ генә тапшырып, сығыу яғын ҡараным. Ә ҡатын, оялмай ҙа, телефон номерҙарын ҡалдырыуҙы һорай, йәнәһе лә аҡса кәрәк булғанда шылтырата. Ошоларҙан сығып, уҡыусыларҙан һорағым килә: Һеҙ ошндай ғаиләләрҙе күргәнегеҙ бармы? Ярҙам итер инегеҙме? Дәүләт уларға аҡса түләп, ошондай хәлгә ҡалдырамы? Балаларҙың ғәйебе юҡ,тип әйтерһегеҙ. Ә бит “Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул була”,- ти халыҡ мәҡәле. Ошондай ялҡау әсә тәрбиәһендә ниндәй балалар үҫә. Улар бит йәшәү, хеҙмәт итеү, аҡса эшләү, уны үҙ мәнфәғәттәреңдә дөрөҫ ҡулланыу тигән элементар әйберҙәрҙе белмәй.  Ғүмер буйы “йәмғиәт уларға тейешле” тигән фекерҙә йәшәрҙәрме? Аптырарһың был донъяға...

Фото интернет селтәренән.

 

Автор:Альфира Узянбаева