Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Ноябрь 2021, 11:53

“Иң мөһиме йәшәргә, яратырға, ышанырға!”

Ошондай девиз менән йәшәне ул. Тик ғүмер ебенең генә аҙағына килеп еткәнен һиҙмәгәндер... Ошо көндәрҙә көтөлмәгән авария Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы хеҙмәткәре Лилиә Рәис ҡыҙы Йосопованың ғүмерен өҙҙө.

“Иң мөһиме йәшәргә, яратырға, ышанырға!”
“Иң мөһиме йәшәргә, яратырға, ышанырға!”

Ошондай девиз менән йәшәне ул. Тик ғүмер ебенең генә аҙағына килеп еткәнен һиҙмәгәндер... Ошо көндәрҙә көтөлмәгән авария Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы хеҙмәткәре Лилиә Рәис ҡыҙы Йосопованың ғүмерен өҙҙө.

Лилиә Рәис ҡыҙын танымаған, белмәгән кеше булмағандыр ул. Үҙенең алсаҡлығы, эскерһеҙлеге менән күңелдәрҙе арбаһа, ярҙамсыллығы, ауыр саҡтарҙа кәрәкле һүҙ табып йыуата алыуы менән дә һәр кем уны күңеле менән яратты, яҡын күрҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, тормошто яҡтыртҡан, йәйғор төҫөндәге сағыу буяҙарға күмгән ҡояш ине ул.  Бер коллективта байтаҡ ҡына эшләргә тура килде уның менән. Лилиәнең моңайғанын бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Һәр эште еренә еткереп башҡарҙы. “Мыжыҡтар үҙ тормошон-үҙе ауырайта”-тип әйтә торғайны. Шуға ла тормош юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, бирешмәне, тик алға атланы. Ҡапыл ғына ауырып киткән тормош иптәшен аяҡҡа баҫтырыу, берҙән-бер ҡыҙын уҡытып, ҙур тормош юлына сығарыу ҙа күп көс талап иткәндер. Ә ул бирешмәне...  Уҡыу йортонда, ҡалала  уҙғарылған бихисап спорт ярыштарының еңеүсеһе булды, бейеү менән шөғөлләнде. Иң ҙур хыялы -  ҡатын-ҡыҙҙар өсөн спорт түңәрәге асыу ине. Ҙур хыялдар, теләктәр, пландар менән йәшәне Лилиә. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды...Бәлки, шундай яҡты күңелле кешеләр йыһан киңлектәрендә лә кәрәктер. Тик, Лилиәһеҙ, донъя бушап, тормош туҡталып ҡалғандай тойола.

Һуңғы арала юлдарҙа булған авариялар һаны артҡандан-арта бара. Быны һауа торошоноң үҙгәреүе менән генә бәйләү дөрөҫ тә булмаҫ, руль артында ултырыусыларға ла һаҡ булырға кәрәк. Ни тиһәң дә, һәр кемде яҡындары юлдарҙан иҫән-һау ҡайтып етеүен көтә. Шуны онотмаһағыҙ ине.

 

Автор:Альфира Узянбаева