АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Ноябрь 2021, 21:38

Балаларҙың күңелен ҡыймағыҙ

Ирем шаяртып ҡына: “Атай” тип бер малай килеп инһә, ҡабул итер инеңме?”- тип гел һорай торғайны. Мин малай тапмағанға шулай тип әйтәлер тип уйланым гелән. “Бала күп булмай инде ул, ҡабул итер инем,”-тип яуап бирә торғайным. Ә хәҙер иремдең малайы кейәү булып өйөбөҙ тупһаһына аяҡ баҫып тора. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл, әлбиттә...

Балаларҙың күңелен ҡыймағыҙ
Балаларҙың күңелен ҡыймағыҙ

Ирем менән иңгә-иң терәшеп, донъя йөгөн бергә тартып ике ҡыҙ үҫтереп, юғары белемле иттек. Хәҙер инде кейәүгә биреп, бар мосолман йолалары буйынса туй үткәреп, парлы итәйек тип йөрөгән саҡ. Ҡыҙҙарымдың дуҫлашып йөрөгән егеттәре барлығын да беләбеҙ. Өлкән ҡыҙым, кейәүгә сығасағы тураһында әйткәс, бик ҡыуандыҡ. Әйттерергә киләһе көндәренә осоп йөрөп әҙерләндек, тулҡынландыҡ. Тик, тормоштағы текә боролош тигән нәмә алда көткән икән.

Кейәү буласаҡ егетте күргәс аптырап ҡадым. Иремдең йәш сағы тиерһең. “Һуйған да ҡаплаған” тиҙәрме әле ундайҙарҙы. Ҡояштай балҡып килеп ингән “ҡоҙағыйыбыҙ” ҙа иремде күргәс баҙап ҡалды, йөҙө ҡарайып китте. Ә инде иремде әйтеп тораһы ла юҡ, йөрәген тотоп баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды. Ә инде миңә һәм “ҡоҙа”быҙға аптырарға, уйланырға бер ниндәй ҙә сәбәп ҡалманы. Балаҡайҙар ғына ҡыуанышып, шаярышып түргә үттеләр.

“Һөйләшеп, аңлашып алайыҡ,”- тип ҡунаҡтарҙы аш бүлмәһенә саҡырҙым. Сәй өҫтәле артында бер аҙ йән ингәндәй булды үҙебеҙгә. Эштең нимәлә икәнен аңлатып тораһы юҡ. Ә балаларға нисек әйтергә, тип баш ваттыҡ. Ирем бер туҡтауһыҙ ҡоҙағыйыбыҙ булған Гөлсинә исемле ҡатынға: “Ниңә әйтмәнең? Ҡайҙа юғалдың? Мин эҙләп барып та таба алманым бит,”-тип йәшләнгән күҙҙәрен һөртә-һөртә бер нисә тапҡыр ҡабатланы. Тик Гөлсинә генә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Гөлсинә менән ирем институтта бер курста уҡыған. Тәүге мөхәббәте инде. Беҙ өйләнешкәс тә, йыш ҡына уны иҫкә алып, моңайып ултырыр булды. Гөлсинә ата-әсәһенә, кейәүгә сығам тигәс, улары ҡаршы төшкән. Алыҫ районға, белмәгән-күрмәгән кешегә бирәһебеҙ юҡ, тип ҡыҙҙарын алып ҡайтып киткәндәр. Шунда уҡ димләп күрше ауылға кейәүгә лә биреп ҡуйғандар. Ирем бер нисә тапҡыр эҙләп барған ул, тик уны индермәгәндәр, Гөлсинәнең ҡайҙа икәнлеген дә әйтеүсе булмаған. Шулай төңөлдөмө икән, уҡып бөтөп ауылға уҡытырға ҡайтҡас, минең ҡулды һораны ла килде. Ғүмер буйы, Гөлсинәһен һағынып йәшәгәндер инде. Әммә мине бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ихтирам итте, үҙенсә яратты. Үҙем өҙөлөп яратҡас, бер ниндәй ҙә етешһеҙлеген күрмәнем уның, етешһеҙлеге бөтөнләй булманы тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Ирем шаяртып ҡына: “Атай” тип бер малай килеп инһә, ҡабул итер инеңме?”- тип гел һорай торғайны. Мин малай тапмағанға шулай тип әйтәлер тип уйланым гелән. “Бала күп булмай инде ул, ҡабул итер инем,”-тип яуап бирә торғайным. Ә хәҙер иремдең малайы кейәү булып өйөбөҙ тупһаһына аяҡ баҫып тора. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл, әлбиттә... Тимәк балаһы үҫкәнен күңеле менән тойған бит.

Иң ауыры был хәлде балаларға аңлатыу булды. Кейәү балаҡай аптырап, нимә эшләргә белмәһә, ҡыҙыбыҙ алйыр сиккә етте. Бер кемде лә ишетергә лә, күрергә лә теләмәне. Бүлмәһенә бикләнеп һыҡтаны ла һыҡтаны. Гөлсинә лә, ире лә улдарына аңлатып маташты. Ә иремдең ысынлап илағанын тәүге күреүем булды. Нимә эшләһен инде, үткән ғүмер, үҙ атайһыҙ үҫкән бала, уртаға ярылған мөхәббәт, ҡыйылған яҙмыш...

 Бындай хәлде күрергә яҙмаһын, тигәндән яҙам. “Хоҙай юҡ бит ул”, тип әйтеүселәргә лә бер миҫал булһын. Нисәмә мең километр алыҫлыҡта бер-береһен белмәй йәшәгән атай менән бала ошондай сарала осрашһын әле. Йөрәгем икегә ярылырҙай кеүек. Был ваҡиғаны күңелемдән нисек үткәрергә белмәйем, тынысланырға тырышһам да, килеп сыҡмай, үҙемә урын таба алмай йөрөйөм. Ҡулыма ла бер эш бармай.  Юҡ, бер нәмәгә лә үкенмәйем мин. Булғаны булған, йәшәлгәне йәшәлгән. Һәр кемдең яңылышыуы була. Тик был хәлдән һуң ирем дә, ҡыҙым да бик йәл, уларҙың ҡайғырғанын күреп күңелем һыҙлай. Йәштәр араһына ата-әсә ҡыҫылмаһа,бәлки ғаилә тарихы бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине. Ә хәҙер... Ҡыҙым был һынауҙы нисек үткәрер? Ирем нимә эшләр?

Ихтирам менән Айһылыу апайығыҙ.

 

Автор:Альфира Узянбаева