АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Ноябрь 2021, 16:13

Татлыбайҙар тик ултырмай

Йыл һайын Рәсәйҙә Сәнғәт төнө акцияһы уҙғарыла. Был көн быйыл 4 ноябрь, Байрам көнөнә тура килде. Баймаҡ районы  Татлыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был сараға әүҙем ҡатнашып мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәресе үткәргәндәр.

Татлыбайҙар тик ултырмай
Татлыбайҙар тик ултырмай

Йыл һайын Рәсәйҙә Сәнғәт төнө акцияһы уҙғарыла. Был көн быйыл 4 ноябрь, байрам көнөнә тура килде. Баймаҡ районы  Татлыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла был сараға әүҙем ҡатнашып мәҙәниәт йортонда мастер класс үткәргәндәр. Сарала ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе булған шарф һәм яулыҡтарҙы оҫта бәйләргә, модалы итеп ҡулланырға өйрәнгәндәр. Шулай уҡ, Фирузә Азат ҡыҙы бик еңел тегелә торған бейәләйҙәр, ултырғыс түшәктәренән торған күргәҙмә-сауҙа ойошторған, һәр ваҡыттағыса, ҡул эштәренең күбеһен бүләк итеп, сарала ҡатнашыусыларҙы  һөйөндөргән.

Ҡатын-ҡыҙҙар түңәрәк өҫтәлгә йыйылышып бер-береһе менән ҡул эштәре, аш-һыу әҙерләү оҫталығы буйынса тәжрибә уртаҡлашып, кәңәштәр бирешеп, киләһе осрашыуға наказдар алышып, ғөмүмән, күңел бушанғансы һөйләшеп, ял итеп ҡайтҡандар. Ошо күңелле сара менән тормошта донъя йөгөнә күмелеп, ауырлыҡтарға зарланып ҡына ултырырға түгел, ә рәхәтләнеп осрашып, проблемаларҙы уртаҡлашып, күңелгә ял биреү ҙә мөһим булыуын иҫбат итте татлыбайҙар.

 

Автор:Альфира Узянбаева