Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Октябрь 2021, 11:04

Сибай студенттары Ҡырымда

Ошо көндәрҙә Сибай институты студенттары: Сулпан Байгалина, Рөстәм Федотов, Айҙар Әхмәтов институт исемен Ҡырым Республикаһында яңғыратып ҡайтты.

Сибай студенттары Ҡырымда
Сибай студенттары Ҡырымда

Сибай институтында белем алыусы һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән студенттар уҡыу йылы барышында төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулап институттың данын күтәрә. Был юлы Сулпан Байгалина, Рөстәм Федотов, Айҙар Әхмәтов институт исемен Ҡырым Республикаһына яңғыратты. Улар Ялталағы В.И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университетында уҙғарылған “Киләсәк һөнәрмәндәре” IV Бөтә Рәсәй студенттар проекттары конкурсында ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Студенттар үҙ проекттарында бөгөнгө көндә актуаль булған инвалидар өсөн юғары белем алыу мөмкинлектәре, уларҙы социаль тормошта урынлаштырыу, эш урыны булдырыу проблемаларын күтәреп сыҡты. Әлбиттә, проект эштәре иғтибар үҙәгендә булғас, студенттар яңы эштәргә тотонорға дәртләнеп, профессиональ үҫешеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйырға тигән теләктә ҡайтҡандар. Уларға киләсәктә лә ҙур еңеүҙәр, һаулыҡ һәм уҡыуҙарында ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева