АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
25 Октября 2021, 10:38

Кемдәргә аҡсалата ярҙам буласаҡ?

Был өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә берәр Федераль МРОТ, йәғни 12 792 һум аҡса түләү ҡарары ҡабул ителде. Тулыраҡ сайтта

Кемдәргә аҡсалата ярҙам буласаҡ?Кемдәргә аҡсалата ярҙам буласаҡ?
Кемдәргә аҡсалата ярҙам буласаҡ?

Рәсәй президенты В.В.Путин 2021 йылдың 20 октябрендәге 595-се Указына ярашлы, яңы штаммлы коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте белдереүенсә, илдең вирус арҡылы үтә ныҡ зыян күргән өлкәләрендәге кесе һәм урта бизнес менән шөғөлләнеүселәргә һәм рәсми рәүештә был өлкәләргә эшкә алынған хеҙмәткәрҙәргә берәр Федераль МРОТ, йәғни 12 792 һум аҡса түләргә ҡарар ҡабул итте.

Аҡса алыу өсөн ғаризаны 2021 йылдың 1 ноябренән 15 декабргә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең  nalog.ru сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға кәрәк. Түләүҙәр 15 ноябрҙән мөрәжәғәт иткәндән һуң 8 көндән бирелә башлаясаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарыу кәрәкмәй.

Был грант СОНКО һәм бизнестың түбәндәге зыян күреүсе өлкәләренә биреләсәк: мәҙәниәт, күргәҙмә, конференция һәм күңел асыу ойошмалары, спорт, ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы, өҫтәмә белем биреү, көнкүреш хеҙмәттәре, автомобиль һәм һыу транспорты.

 

 

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас