+11 °С
Ясно


“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” Нилә Өмөтбаева иҫтәлегенә ике йылға бер республика шахмат турниры уҙғарылып килә. Быйыл ярышта республиканың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларынан 15 команда ҡатнашты. Улар араһында Хәйбулла районы “Һаҡмар” санаторияһы командаһы: баш табип Тәлғәт Рәхмәтуллин, меркетинг буйынса белгес Рәзина Фазлыева иң күп мәрәй йыйып еңеп сыҡты.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яҡташтарыбыҙға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.