

Кем менән генә осрашырға, кемде генә тыңларға тура килмәй тормош юлында. Бөгөн табип һөйләгәнен тыңлап хайран ҡалдым.
Бала табыу йортона бер ир йүгереп ингән ирҙең: “Ҡатыным ауырый, ярҙам итегеҙ. Машинанан индерешегеҙ, игеҙәктәр көтәбеҙ”, -тип ҡысҡырғанына ауырлыларҙы ҡабул итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре йүгерешеп ҡатынды индерергә ярҙамлаша.
Ҡаушап төшкән ир: “Малайҙарымды үҙ күҙҙәрем менән күрмәйенсә ҡайтмайым”, -тип көтөп ултырып ҡала. Ҡатын, ысынлап та, бынамын тигән шәп малайҙар таба. Тик ҡыуанысы ғына оҙаҡҡа бармай.
Ирҙе һөйөнсөләгән табиптар, бәпәйҙәрҙе иртәгәһенә килеп күрергә күндереп, саҡ ҡайтарып ебәрә. Иртә менән ҙур сәскә гөлләмәһе тотоп килгән иргә бәпәйҙәрҙе тәҙрә аша ғына күрһәтә табиптар. Улдарын күреү менән ҡояштай балҡып торған ирҙе алмаштырҙылармы ни! Көтмәгәндә: “Ҡараһы минеке түгел, ҡатыным балаларҙы йөрөп тапҡан, берәүһен генә алам, -тип ҡысҡыра башлай. Шул арала телефондан шылтыратып саҡ тере ҡалған ҡатынын да битәрләргә ономай. Табиптарҙың: “Нәҫелегеҙҙә башҡа милләт кешеләре булыуы ла мөмкин бит, һорашып ҡарағыҙ,”- тип әйткәнен дә тыңлаймай, сәскә гөлләмәһен иҙәнгә ташлап сығып китә.
Ҡатынға нимә инде. Бала аҡ булһа ла, ҡара булһа ла, малай, йә ҡыҙ булһа ла ул ғәйепле бит инде. Табиптар нимә тип тынысландырырға тырышһа ла, ҡапланып илауын дауам итә. Дауаханан сығырға ваҡыт еткәс, кикреге шингән ир ғәйепле ҡиәфәттә килеп инә лә: “Малайҙар минеке, минең өләсәйемде олатайым Төркиәнән алып ҡайтҡан булған. Ҡараҡай ғына улымдан алйотлоғом арҡаһында баш тарта яҙҙым,”- тип табиптарҙан ғәфү үтенә. Уларға ни, сабый ниндәй булһа ла сабый инде. “Ҡатыныңды шул тиклем рәнйеттең, ул һине ғәфү итерме,”- тип йәш әсәнең палатаһына алып инәләр.
Малайҙарҙың береһен алып, береһен һалған атай, ҡатынынан ғәфү үтенә –үтенә: “Аһ, ҡараһы миңә, ағы һиңә оҡшаған икән дә баһа”, -тип үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырана.
Нимә әйтһәң дә, уйлап әйт,тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Ҡыҙыулыҡ арҡаһында ғаиләһеҙ ҙә тороп ҡалыуың бар!