

“Атайҙар көнө”н билдәләү сиктәрендә «Торатау» Конгресс-холлында «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсының II этабында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы уҙғарылды. Еңеүселәр араһында Сибай ҡалаһынан Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов та бар.
Был йәмәғәт наградаһы менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә.
Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә. Шулай уҡ 5 йылдан ашыу уллыҡҡа алынған балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр, Ватанды һаҡлағанда хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған, хәрби йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә яраланыу, контузия алыу йә иһә эштә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә балалары үлгән атайҙар бүләклә.
Сафа Вафа улын конкурста еңеп сығыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек һәм уңыштар теләйбеҙ!