Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Октябрь 2021, 11:42

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Баймаҡ районында “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы  мәрхәмәтлек эшен тергеҙҙе. Бөгөнгө көндә ирекмәндәр өлкәндәрҙең йортона аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барыу һәм йорт эштәрендә ярҙамлашыу менән мәшғүл.

Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Коронавирус инфекцияһынан һаҡлау маҡсатында республикала вакцинация үтмәгән 65 йәштән өлкәндәрҙе үҙизоляцияға ебәреү ҡарары ҡабул ителде. Баймаҡ районында “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы шунда уҡ мәрхәмәтлек эшен тергеҙҙе. Бөгөнгө көндә ирекмәндәр өлкәндәрҙең йортона аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барыу һәм йорт эштәрендә ярҙамлашыу менән мәшғүл. Шулай уҡ прививка эшләтергә теләүселәрҙе вакцинация үтеү пункттарына барырға ярҙам итә.  

Иремәндәр ярҙамы кәрәк булғандар “Беҙҙең хәстәрлек” штабын мөрәжәғәт итеп, йә 8 347 51 2 24 06;8 967 737 76 83 телефондары аша ҡыҙыу линияға шылтыратып һорауҙарын ҡалдыра ала. Штаб дүшәмбенән йомаға тиклем 09.00 ҙан 17.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Автор:Альфира Узянбаева