АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Октябрь 2021, 15:39

Бурҙар тотолған

Сибай ҡалаһы полицияһына Хәйбулла районынан килгән ҡатын банк картаһының юғалыуы һәм телефонына  аҡса алыу тураһындағы смс хәбәр килеүе тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу эҙҙәр буйынса енәйәтселәрҙе тота.  Ҡатын аңлатыуынса, айнып уянып киткәс, сит фатирҙа ятыуын аңлай. Өйҙә бер кем дә булмай сыға, ҡатын ҡурҡышынан сумкаһын ғына эләктерә лә куртка, итеген дә алып тормай сығып ҡаса. Сумкала аҡса ла, банк картаһы ла булмағанлығын аҙаҡ ҡына күрә һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Тулыраҡ сайтта.

Бурҙар тотолған
Бурҙар тотолған

Тағы ла бер эскелек бәләһе. Хәйбулла районынан Сибайға килгән ҡатын паркта эсеп ултырған ирҙәр менән таныша. Улар ҡунаҡты өйҙәренә саҡыра. Әлбиттә, ҡунаҡҡа барһаң –күстәнәсһеҙ барыуы уңайһыҙ. Етерлек спиртлы эсемлектәр алып, күңелле компанияла саҡырылған өйгә барып инәләр.

Ҡатын айнып уянып киткәс, сит фатирҙа ятыуын аңлай. Өйҙә бер кем дә булмай сыға, ҡатын ҡурҡышынан сумкаһын ғына эләктерә лә куртка, итеген дә алып тормай сығып ҡаса. Сумкала аҡса ла, банк картаһы ла булмағанлығын аҙаҡ ҡына күрә. Был ваҡытта ҡатындың картаһындағы аҡсаға өй хужалары рәхәтләнеп спиртлы эсемлектәр, аҙыҡ-түлек ала. Икенсе көндә лә карточка менән ҡулланыу дауам иткәс, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә. Аҡса урлау буйынса 46 йәшлек Сибай гражданины тотола. Йәмғеһе картанан 20 мең һум аҡсанан елдәр иҫкән була.

 

Автор:Альфира Узянбаева