АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Октябрь 2021, 21:20

Республика көнөнә ҙур бүләк

  Республика көнөн Сибай халҡы ҙур күтәренкелек менән ҡаршыланы: 2015 йылда янғында ныҡлы зыян күргән бина реконструкциянан һуң үҙ ишектәрен асты. Сибайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде, уларҙы ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов оҙатып йөрөнө.

Республика көнөнә ҙур бүләк
Республика көнөнә ҙур бүләк

Сибай филармонияһы - ҡаланың йөҙөн билдәләүсе иң матур урындарҙың береһе, республиканың мәҙәни мираҫ объекты, шуға күрә реконструкцияланған яңы бинаның бөтә архитектура элементтарының һаҡланып ҡалыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Заманса төҫ алған өр-яңы бинала Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтте, Сибай концерт-театр берекмәһе артистары "Урал аръяғында тыуғандар" байрам концертын бүләк итте. Өр-яңы филармонияның өр-яңы сәхнәһендә беренсе булып Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров сығыш яһаны. Уның башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Сибай" яңғыраны. Башҡортстандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрованың сығышы ла аҡыштарға күмелде. Йырсылар икеһе лә сәнғәткә юлдарын ошо Сибай сәхнәһендә башлаған. Яҡташыбыҙ Иҙел Аралбаевтың моңо ла күптәрҙе арбаны.

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров, Яңы асылған филармония ҡала халҡының ҡына түгел, ә тотош Урал аръяғының мәҙәни Мәккәһе булыуын теләне һәм мәҙәниәт усағына рояль Steinway бүләк итте. Ул шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына аҡтаулы исемдәр, Почет грамотары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” театры артистары Рәмзиә һәм Фәһим Сөнәғәтовтар бар. Был матур ғаилә пары ҡалала балалар театры асылғандан алып эшләй.

Филармония бинаһының эске яғын биҙәү эштәренә Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәшиҙә Байғузина етәкләгән бригада бик күп көс һалған. Ҡулдары эш белгән, зауыҡ яратҡан төҙөүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулы ҡағылғанға ла филармония бинаһы шул тиклем күркәм, мөһабәт, яҡты килеп сыҡҡан.

 

Республика көнөнә ҙур бүләк
Республика көнөнә ҙур бүләк
Автор:Гульдар Кадаева