АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Октябрь 2021, 09:46

Уҡытыусыларға премия түләнә

Михаил Берулава Рәсәй президенты В.В.Путинға һәм ил хөкүмәтенә Уҡытыусылар көнөнә бер эш хаҡы күләмендә премия биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Тулыраҡ сайтта.

Уҡытыусыларға премия түләнә
Уҡытыусыларға премия түләнә

Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Берулава билдәләүенсә, бөгөнгө интернет шәлкемендә тәрбиәләнгән балаларға белем биргән уҡытыусыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уларға белем биреүҙән тыш, ныҡлы тәрбиәүи алымдар ҙа ҡулланырға кәрәк. Бынан тыш бер туҡтауһыҙ олимпиада-конкурстарға әҙерләү, отчеттар тапшырыу, мәктәптән тыш эштәр менән шөғөлләнеү күп ваҡыт сарыф итеүҙе талап итә. Шуның өсөн, уҡытыусыларҙың эш хаҡына өҫтәмә финанс ярҙам өҫтәлергә тейеш. Михаил Берулава Рәсәй президенты В.В.Путинға һәм ил хөкүмәтенә Уҡытыусылар көнөнә бер эш хаҡы күләмендә премия биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Әйткәндәй, Владимир Путин 2023 йыл Наставниктар һәм педагогтар йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте.

#ВВПУТИН

 

Автор:Альфира Узянбаева