АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Сентябрь 2021, 14:59

ЙЫЛЫЛАҒЫ АЯҠ ҺЫҘЛАМАЙ

Түбә ауылында тыуып үҫкән Фәрзәнә Фазлыәхмәт ҡыҙы Мөхәмәтғәлина ғүмеренең 35 йылын быйма баҫыуға бағышланған. Был эштең серҙәренә Түбә ауылындағы цехта эшләгән саҡта өйрәнгән. Тулыраҡ сайтта.

ЙЫЛЫЛАҒЫ АЯҠ ҺЫҘЛАМАЙ
ЙЫЛЫЛАҒЫ АЯҠ ҺЫҘЛАМАЙ

Баймаҡ районы Түбә ауылы элек-электән быйма баҫыусылар менән билдәле. Бер туған Никанор, Василий, Александр Марковтар, Меркурий Табанаков башлап ебәргән был эште ауылдың оҫта ҡуллы кешеләре дауам итә. 1968 йылда шахта ябылғас, ауылда быйма баҫыу цехы асылған. Ул тирә-яҡты быйма менән тәьмин итеп торған.

Түбә ауылында тыуып үҫкән Фәрзәнә Фазлыәхмәт ҡыҙы Мөхәмәтғәлина ғүмеренең 35 йылын быйма баҫыуға бағышланған. Был эштең серҙәренә Түбә ауылындағы цехта эшләгән саҡта өйрәнгән.

—Эшкә урынлашырға килеп, цехты күргәс күҙемә йәш алып ҡуйғайным. Быйма баҫыуҙы шул тиклем көс етмәҫлек хеҙмәт тип уйланым. Күҙ ҡурҡһа ла ҡул эшләй икән. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән тиҙ генә отоп алдым. Бигерәк тә быйма баҫыу оҫтаһы Зәйтүнә апай Юлмөхәмәтова миңә ныҡлы һабаҡ бирҙе. Уның ҡул аҫтында бер йыл өйрәнсек булып йөрөнөм дә үҙ аллы эшләй башланым. Тәжрибәле өйрәтеүселәр булғанға шөғөлөмдө сифатлы башҡарҙым. Әле уйла-йым да, минең ҡул аша үткән шифалы аяҡ кейеменең иҫәбе-һаны юҡтыр инде. Хаҡлы ялда булһам да быйма баҫыу эшен ташламаным, Сибайҙан, Баймаҡтан, Өфөнән, хатта Красноусол ҡасабаһынан заказ биреүселәр бар,—ти Фәрзәнә Фазлыәхмәт ҡыҙы.

Замана башҡа—заң башҡа, тигәндәй, Фәрзәнә апай быйма баҫып ҡына ултырмай, заманса тапочкалар ҙә эшләй, милли орнаменттар, төрлө һүрәттәр төшөрөп кейеҙ ҙә баҫа. Зауыҡлы аяҡ кейемдәре эшләргә интернеттағы социаль селтәрҙәр аша өйрәнгән.

—Бер тапочканы дүрт ҡат йөндән эшләйем. Эске өлөшкә аяҡтың үлсәмен һалып ҡалдырырға кәрәк. Уны дүрт ҡат йөн менән уратҡас, табан яғына билдә һалыу мотлаҡ. Һәр ҡатламды ныҡлы йәбешһен өсөн һабынлы һыу менән һеңдереп баралар. Дүрт ҡатты ла урағас, ҡамыр баҫҡан кеүек ныҡлап әүәләргә һәм бер көн самаһы ҡыҙыу урында киптереп алырға. Унан һуң өҫкө өлөшөн тәпешкәгә оҡшатып киҫеп алырға һәм эсенә ҡаты әйбер тултырып тәпешкә формаһына килтерергә. Унан һуң инде, күңелең теләгән биҙәктәрҙе төшөрөп, йә мәрйендәр менән матурлап биҙәп тә ҡуяһың. Һуңғы ваҡытта ошондай аяҡ кейеменә һорау ҙур. Беренсенән, ул шул тик-лем уңайлы, икенсенән шифалы: аяҡ йылыла йөрөһә, арып, ауырып, һыҙланып бармай. Ғөмүмән, башҡорт халҡында балалар 10 йәшкә тиклем аяғына быйма ке-йеп үҫһә, ауырымай тигән ышаныу ҙа бар бит. Ә быйма баҫыуға тик көҙгө йөн генә алына. Йәй буйы тәбиғәттә, ҡояш энергияһын үҙенә йыйып алған һарыҡ йөнө яҙғыһынан айырылып тора. Ул тиҙ йәбешә, ниндәйҙер формаға килтереп әүәләүе лә еңелерәк, йомшаҡ була һәм ултырып бара,–ти ул. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө ҡунағы төп шөғөлөнән тыш, тирә-яҡты шул тиклем тәмле буҙа ҡойоп та һыйлай. Түбә ауылы бына шундай оҫталар менән дан тота ла инде.

 

Автор:Альфира Узянбаева