АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Сентябрь 2021, 08:46

Мәктәптәрҙә тағы ла үҙгәрештәр

Рәсәй президенты В.В.Путин тағы яңы указға ҡул ҡуйҙы. Был мәктәптәрҙә уҡытыу программаларына ҡағыла. Яңы үҙгәрештәрҙең уҡыусылар өсөн файҙаһы булырмы? Тулыраҡ сайтта.

Мәктәптәрҙә тағы ла үҙгәрештәр
Мәктәптәрҙә тағы ла үҙгәрештәр

Рәсәй президенты В.В.Путин Дәүләт Советы Президиумы ултырышында мәктәптәрҙә контроль һәм тикшереү эштәре һанын кәметеү тураһындағы мәсьәләне ентекләп өйрәнергә ҡушты.

“Белем биреү сифатын ныҡлы тикшергәндән һуң, шундай фекергә килдек. Күп осраҡта балалар ошо тикшеренеү эштәренә генә маҡсатлы әҙерләнә. Ә бирелгән теманы аңлау, киң фекерләүгә өйрәнеү ситтә ҡала. Шуға күрә мәктәптәрҙә контроль эштәрҙе һәм төрлө Федераль, төбәк тикшереү эштәрен кәметеү талап ителә. Был балаларға сифатлы белем алыу өсөн уңайлы булһа, уҡытыусыларҙың тәрбиәүи эштәр алып барырға ваҡыты ҡала,”-тине ил башлығы.

Башҡарылған эштәр тураһында 2022 йылдың 1 июленә тиклем ил башлығына хәбәр итергә бойоролдо.

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева