

Салауат ҡалаһында йәшәгән 64 йәшлек ир һуңғы ваҡытта теркәлгән иң ҙур суммалағы мутлыҡтарҙың береһе ҡорбаны булған: ул 21,9 миллион һумдан ашыу аҡса юғалтҡан. ☎️Бер нисә аҙна буйына уға мутлашыусылар шылтырата, улар үҙҙәрен Пенсия фонды, Күп функциялы үҙәк, «Дәүләт хеҙмәттәре» һәм хатта хоҡуҡ органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Улар «енәйәт эше» менән ҡурҡыта, пенсияны яңынан иҫәпләү тураһында һөйләй һәм, аҡсаны ҡотҡарыу өсөн тиҙ арала «декларацияларға» кәрәк тип ышандыра. 💳Һөҙөмтәлә ир йыйған аҡсаһын тулыһынса банк иҫәбенән ала. 21 апрелдә курьерға – 5 миллион һум, 7 майҙа тағы 16 миллион һумдан ашыу аҡса тоттора. ❌Банк хеҙмәткәрҙәре уны туҡтатырға маташҡан, ләкин ул күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, тип аңлатҡан. ☎️Һуңғараҡ ир үҙенең мутлыҡ ҡорбаны булыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән. Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фото: Фәнүзә Сәләмова (“Альшеевские вести” гәзите).