АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Ғәҙәттән тыш хәл
11 Август 2025, 11:05

Йәшләй әрәм булған

Өфөлә Сочи чачаһы менән ағыуланған ҡатын вафат булған

Сочиҙа һатып алынған чачаны эскәндән һуң күреү һәләтен юғалтҡан яҡташыбыҙ -Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы ҡыҙы дауаханала вафат булған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пациент 10 августа яҡты донъя менән хушлашҡан. Адлерҙың «Базар» баҙарында һатылған чача менән ағыуланыуға метил спирты сәбәпсе булыуы ихтимал. Тартып алынған алкоголь продукцияһында метанол табылған. Адлер баҙарында өй шарттарында яһалған шарап һәм чача һатҡан ике ҡатын ҡулға алынған.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас