АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

МАШИНА КҮПЕРҘӘН ҠОЛАҒАН

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Бөгөн Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында юл фажиғәһе теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ВАЗ-2115 машинаһы күпер янында ауҙарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1952 һәм 1967 йылғы ирҙәр һәләк булған.

Фажиғә урынында медиктар, ҡотҡарыусылар, полиция эшләй.


Автор:Резеда Валиева