Бөтә яңылыҡтар

ҺЫЙЫР ҺӨҘӨП ҮЛТЕРГӘН

74 йәшлек инәй яңыраҡ быҙаулаған һыйырын һауырға сыҡҡан була...

ҺЫЙЫР ҺӨҘӨП ҮЛТЕРГӘН
ҺЫЙЫР ҺӨҘӨП ҮЛТЕРГӘН

Әбйәлил районы Селивановка ауылында булған был хәл. Хужабикә һыйырын һауып сығып барғанда һыйыр артынан килеп һөҙөп ҡолата. Әммә бының менән мал тынысланмай. Инәйҙе тапалап, һөҙөүен дауам итә.

Пенсионерканың ҡысҡырыуына улы йүгереп сыға. Ул һыйырҙы көскә ҡыуып, әсәһен алып сыға. Ҡатын иҫен юғалта. Улы "тиҙ ярҙам" саҡыра. Тик йәрәхәт, үкенескә күрә, еңелдән булмай...

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: