АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
3 Апрель , 13:55

Баймаҡ егете ни хәлдә?

Кисә күрше республикаға пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүм иткәйне. Йәрәхәтләнеп дауаханаға эләгеүселәр араһында Баймаҡ егете лә бар. Ул - студент.

Баймаҡ егете ни хәлдә?
Баймаҡ егете ни хәлдә?

Ата-әсәһе йәмәғәтселеккә улдарының исем-шәрифен, фотоһын таратырға теләмәй. Студентҡа тиҙҙән 17 йәш тула.

Кисә йәрәхәт алғас та үҫмер егет Ҡазан дауаханаһына оҙатылған, операция уңышлы үткән. Әле ул үҙен яҡшы тоя. Киләсәктә уҡыуын дауам итергә ниәтләй.

Әлеге мәлдә ата-әсәһе улдарының янында. Барыһы ла яҡшы!

Егеттең тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын, иҫән-һау булыуын, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандырып, үҙенә оҡшаған һөнәрҙе алып, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес булып өлгөрөүен теләйбеҙ!

 

 

*** Әлеге яҙманы башҡа социаль селтәрҙәргә, сайттарға авторҙың рөхсәтенән тыш таратыу тыйыла!

Автор:Резеда Валиева