-6 °С
Болотло
10 ғаинуар көндөҙ Hyundai Creta автомобиле менән идара итеүсе 30 йәшлек ир-егет машина менән идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә төшөп киткән һәм элект бағанаһына бәрелгән. һөҙөмтәлә уның 29 йәшлек пассажиры һәм 1 йәшлек бала дауаханаға илтелгән. Водитель медицина ярҙамынан баш тартҡан.
Ҡасабаның үҙәк урамында электр уты юҡ. Ситтәрәк йәшәүселәр һыуҙың юҡлығына ла зарлана. Әлеге мәлдә электр селтәрҙәре эшселәре бағана яңыртыу менән булыша.