АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
17 Февраль 2023, 11:30

ТАНЫТМАҺЫ ЛА БУЛМАҒАН...

Сабыйҙы балалар креслоһы һаҡлап ҡалған.

ТАНЫТМАҺЫ ЛА БУЛМАҒАН...
ТАНЫТМАҺЫ ЛА БУЛМАҒАН...

Полиция хеҙмәткәрҙәре Йылайыр районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Кисә, 16 февралдә, Юлдыбай-Аҡъяр-Һары автомобиль юлының 7-се саҡрымында "Лада Приора" менән ҡаршыға килгән "Лада Гранта" төкөшкән. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙ телеграм-каналында хәбәр итте.

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә "Приора"ның 33 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ике водитель, шулай уҡ "Гранта"ның ике пассажиры, водительдең ҡатыны һәм 2 йәшлек улы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Сабыйҙы балалар креслоһы һаҡлап ҡалған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре "Приора"ның 26 йәшлек водителенең водитель таныҡлығы булмауын асыҡлаған.

Тикшереү дауам итә уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.

 

 

сығанаҡ:https://haibh.ru/news/kh-l-va-i-alar/2023-02-17/2-y-shlek-sabyy-y-balalar-kreslo-y-a-lap-al-an-3146618

Автор:Резеда Валиева