АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Октября 2022, 10:50

УРМАНДА ҒӘЙЕП БУЛҒАН

Урманға утын әҙерләргә сыҡҡан да юғалған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР комитетының Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары юлланған.

УРМАНДА ҒӘЙЕП БУЛҒАНУРМАНДА ҒӘЙЕП БУЛҒАН
УРМАНДА ҒӘЙЕП БУЛҒАН

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында өлкән йәштәге ир юғалыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ул урманға утын әҙерләргә сыҡҡан һәм элемтәгә сығыуҙан туҡтаған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР комитетының Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары юлланған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, отряд ауылға барып, хакимиәт башлығы менән бәйләнешкә ингән һәм урындағы ике кешене ҡуша алып урманға сыҡҡан.
Юғалған ир бер нисә тапҡыр шылтыратҡан булған, тик элемтә өҙөклөк менән эшләгән. Уны ҡараңғы төндә Әхмәт ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта телефонының фонаре яҡтылығынан тапҡандар. Ир үҙен яҡшы тойған, өшөмәгән, мединицна ярҙамынан баш тартҡан.

 https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-19/zhitel-bashkirii-ushel-v-les-i-i-propal-2994691

Автор:Дарья Субботина

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас