Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
14 Октябрь 2022, 16:10

БАЛЛЫ БАЛКОН

Балконын ремонтлатам тип, баллы булған...

БАЛЛЫ БАЛКОН
БАЛЛЫ БАЛКОН

Өфөлә йәшәүсе фатирына ремонт эшләгән саҡта балконында бал керәҙҙәре тапҡан.

Комсомол урамында йәшәүселәр балконына ремонт эшләү өсөн эшсе бригада саҡыртҡан. Ә уларҙы унда көтөлмәгән тәмле «сюрприз» көтөп торған. Демонтаж мәлендә улар күскә һәм баллы керәҙҙәргә юлыҡҡан.

-Балкон бик иҫке ине. Шуға мастерҙар саҡырттым. Унда бал ҡорттары булған икән,—ти хужабикә Елена.

Әле балкон ремонтлана. Балды хужалар менән мастерҙар бүлешеп алған. «Бал бик тәмле. Мин элек бал яратмай инем. Был, ысынлап, ныҡ тәмле»,—ти Елена.

Бал ҡорттары осоп киткән.

Бына шулай, тормошта ла көтөлмәгән саҡта «тәмле сюрприздар» булғылай бит.


Автор:Резеда Валиева