АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
3 Июнь 2022, 12:45

Урал йылғаһында батҡан

Баймаҡ районында Урал ауылы эргәһендәге Урал йылғаһында балыҡ тотҡан саҡта 1957 йылғы ир батҡан. Был осраҡта ла ваҡиға шаһиттары уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.

Урал йылғаһында батҡан
Урал йылғаһында батҡан

Стәрлетамаҡ районының Йөрәктау ауылы эргәһендәге Ҡажат күлендә һыу ингән 1959 йылғы ир батҡан. Ваҡиға шаһиттары уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полицияға тапшырған.  

Шулай уҡ бөгөн Баймаҡ районында Урал ауылы эргәһендәге Урал йылғаһында балыҡ тотҡан саҡта 1957 йылғы ир батҡан. Был осраҡта ла ваҡиға шаһиттары уның кәүҙәһен һыуҙан сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған.

Ике осраҡ буйынса ла оператив-тәфтиш саралары алып барыла.

“Хөрмәтле граждандар! Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауҙың фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Эскән килеш һыуға инмәгеҙ һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!” – тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Гульдар Кадаева