АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
30 Март 2022, 11:45

Әбйәлилгә туғанын ерләргә ҡайтып барғанда үҙҙәре һәләкәткә тарыған

Кисә төнгә ҡарай Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 190-сы саҡрымында Great Wall менән ҡаршыға килгән Маn йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән биргән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Әбйәлилгә туғанын ерләргә ҡайтып барғанда үҙҙәре һәләкәткә тарыған
Әбйәлилгә туғанын ерләргә ҡайтып барғанда үҙҙәре һәләкәткә тарыған

Great Wall рулендә Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов булған. Ҡатыны менән Әбйәлил районына туғанын ерләргә ҡайтып барған. Хәләл ефете Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Уларҙың ике балаһы ҡалған.

Әхмәтйәновтарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева