АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
12 Февраль 2022, 13:00

Мөмкин тиклем ҡаты язаға тарттырырға кәрәк

Был хаҡта 8 февралдә, Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин хәбәр итте.

Мөмкин тиклем ҡаты язаға тарттырырға кәрәк
Мөмкин тиклем ҡаты язаға тарттырырға кәрәк

«Ләкин әлеге проблема буйынса ҡануниәттә байтаҡ етешһеҙлектәр ҡалды, шуға күрә эште дауам итергә кәрәк. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 13 йәшлек ҡыҙҙы бер нисә тапҡыр көсләгән педофил ни бары 3,5 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатылды. Был ғәҙелме? Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 134-се статьяһының 3-сө өлөшө ун йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Был педофилдарға йомшаҡ яза бирелгән беренсе осраҡ түгел. Шуға бәйле Генераль прокуратураға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының статьялары буйынса балаларға ҡаршы енәйәттәр өсөн ғәйепләү ҡарарҙары сығарыуҙың хоҡуҡ ҡулланыу практикаһына анализ яһау үтенесе менән мөрәжәғәт иттем», - тине Вячеслав Володин.

Уның фекеренсә, педофилдарҙы мөмкин тиклем ҡаты язаға тарттырырға кәрәк. Хатта енәйәт тәүге тапҡыр ҡылынһа ла. Был позиция федераль закондарҙа сағылыш табырға тейеш.

Автор:Гульдар Кадаева