Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
30 Ғинуар 2022, 19:35

Уттан ҡалмай шул

Кисә Сибай ҡалаһының Төньяҡ ҡасабаһында йорт яныуын хәбәр иткәйнек. Шәрәфетдиновтарҙың 3 йыл элек ипотекаға алған торлағы булған ул.Электр ҡаҙанлығының төҙөк булмауы арҡаһында ут сығыуы ихтимал.Әле ғаилә башлығы, хужабикә һәм уларҙың 12, 5 йәштәге ике улы Көньяҡ ҡасабаһында тыуғандарында ваҡытлыса йәшәй.(Дуҫлыҡ урамы, 10).Ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡалғанлыҡтан, улар бөтә төр ярҙамға ла мохтаж. Кейем-һалым, йорт кәрәк-ярағы ла уларға мөһим. Аҡсалата ярҙам итергә теләүселәр 8-937-309-49-80 телефон һаны аша уны күсереп (һаҡлыҡ банкыһы картаһы Нәркәс Байморат ҡыҙы Ш.) изгелек ҡыла ала.

Уттан ҡалмай шул
Уттан ҡалмай шул

39 йәшлек Нәркәс Шәрәфетдинова улдары менән йорттоң икенсе ҡатында йоҡлап ятҡан. Ире Заһир был ваҡытта икенсе ҡалала эштә булған. Хужабикәнең 71 йәшлек әсәһе Баймаҡҡа ҡунаҡҡа киткән булған.  

Төнгө дүрттә янғын һағы извещателе тауышына 12 йәшлек Динислам уяна һәм ул әсәһенә төртә. Был ваҡытта өйҙөң икенсе ҡаты ла төтөнгә тулған була

--Тиҙ генә балаларҙы алдым да беренсе ҡатҡа төшөп, тәҙрәләрҙе асып, беренсе булып бәләкәс Илмирҙы тышҡа төшөрҙөм. Мин кейемдәр алам тип прихожка яғына йүгергәндә Динислам үҙе ырғып сыҡты. Документтарҙы булһа ла алып ҡалайым тип маташҡансы балаларым илап бөткән ине. Ҡалтырана –ҡалтырана ватсаптан тыуғандарыма янғын һүндереүселәр саҡыртығыҙ тип хәбәр яҙҙым. Ярай әсәйем өйҙә булманы, уны ҡотҡара алмаһам, үҙемде ғәфү итмәҫ инем.

Әле улар туғандарында тороп тора. Ҡазаға юлығыусыларға ҡалалаштар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.

Ғаилә бынан өс йыл элек янған йортто ипотекаға һатып алған. Әле уның хаҡы түләнеп тә бөтмәгән. Нәркәс 1 февралдән эшкә сығырға тейеш булған. Ире Заһир “Юлдаш” лагерында эшләй. Янғын булған төндө ул таксист булараҡ икене ҡалаға йүнәлгән булған. 

Динислам улдары 7-се мәктәптә 6-сы класта уҡый, бәләкәйҙәре Илмир “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөй.

--Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙыусыларға ҙур рәхмәт! Ауыр ваҡытта ярҙам итеүегеҙ үҙегеҙгә сауап булып әйләнеп ҡайтһын! – ти Нәркәс Шәрәфетдинова.

Ғаилә йортто яңынан тергеҙергә теләмәй. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, элекке хужалары йәшәгән саҡта уҡ уның соланы янған булған. Ҡорбандар булмауы һәйбәт, ауыр булһала тере кеше тереклеген итә барыбер.

Уттан ҡалмай шул
Уттан ҡалмай шул
Автор:Гульдар Кадаева