АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
5 Август 2021, 15:00

Йәшел ҡалҡаныбыҙҙы ҡотҡарайыҡ

Әлеге ваҡытта Хәйбулла районының урман биләмәләрендә бер нисә урында ут яна. Урындағы халыҡҡа янғындарҙы һүндерешеүгә күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә ярҙам итә. Ивановка ауыл биләмәһенә район үҙәгенән кешеләр, гусеницалы, янғынға ҡаршы техника йүнәлтелгән.

Йәшел ҡалҡаныбыҙҙы ҡотҡарайыҡ
Йәшел ҡалҡаныбыҙҙы ҡотҡарайыҡ

Аҡъярҙың янғын һағы хеҙмәте машинаһы Әбеш тарафтарында дежурлыҡ итә. Бында янғынды һүндереүгә ирекле янғын командаһы, республиканың урман хужалығы, Йылайыр районынан техника йәлеп ителгән. Ейәнсуралар ҙа ятып ҡалмаған: күмәкләшеп йыйылып, булған техикаларын алып утты һүндереүгә тотонған. Район етәкселеге ошолай дөйөм көс менән кискә ҡәҙәр ут ғәрәсәтен еңерҙәренә ышана.

Киҫкен хәлде республиканың урман хужалығы министрлығы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты контролдә тотоп ҡына ҡалмай, бөтә көстө янғын усаҡтарына йүнәлтеүҙе лә ойошторған.

Автор:Гульдар Кадаева