АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
28 Июль 2021, 15:55

ЕТЕҺЕ ЛӘ АУЫР ХӘЛДӘ

--Подъезд алдында торған ирҙәрҙең барыһы ла йығылған. Әле носилкаға һалынғаны күгәрә лә башлаған,--тип һөйләй видеояҙмала үҙ балконынан тышты күҙәтәүсе ҡатын.

ЕТЕҺЕ ЛӘ АУЫР ХӘЛДӘ
ЕТЕҺЕ ЛӘ АУЫР ХӘЛДӘ

--Подъезд алдында торған ирҙәрҙең барыһы ла йығылған. Әле носилкаға һалынғаны күгәрә лә башлаған,--тип һөйләй видеояҙмала үҙ балконынан тышты күҙәтәүсе ҡатын.—Күршем әйтеүенсә, ирҙәр бынан 10 минут элек кенә бында йыйылған. Һәр береһе берәр рюмка эсеп өлгөрһә өлгөргәндер.

Салауат ҡалаһында 7 ир-егет сифатһыҙ алкоголле эсемлек эсеп ағыуланған. Улар хаҡында видео “Бәйләнештә” селтәрендә таралған.

Салауат ҡалаһы башлығы әйтеүенсә, барыһы ла ауыр хәлдә дауаханаға килтерелгән. Табиптар көсө менән барыһы ла иҫән ҡалған. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, шешәләге эсемлек эскпертизаға ебәрелгән.

 

Бик насар күренеш, әлбиттә. Теләһә кемдән теләһә нәмә алып эсеүҙән халыҡ ҡасан туҡтар икән?

 

Автор:Резеда Валиева