Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
21 Апрель 2022, 14:05

Өфөлә съезд бара

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының ХII съезы уҙғарыла. Муниципалитет вәкилдәре үҙҙәренең һөнәри байрамы – Урындағы үҙидара көнөндә республиканың баш ҡалаһына йыйылды.

Өфөлә съезд бара
Өфөлә съезд бара

Съезд урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙы тикшереү өсөн үҙенсәлекле майҙансыҡты тәшкил итә. Сарала делегаттар – муниципалитет, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнаша. Улар ыңғай тәжрибә менән уртаҡлаша, муниципалитет эшенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша, киләсәккә бурыстар билдәләй.

Съездың пленар өлөшөндә ғәҙәттәгесә идара рәйесе советтың 2021 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет яһай, шулай уҡ берекмәнең етәксе органдары һайлана. Бынан тыш, урындағы үҙидараның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәлдәр” тәртибендә секциялар эшләй.

Сараның аҙағында муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостандың дәүләт наградалары һәм “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсында еңеүселәргә дипломдар тапшырыла.

Йылайыр районы делегацияһы ла сараларҙа ҡатнаша.

Автор:Гульдар Кадаева