АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Әҙәби мѳхит
2 Ноября 2025, 15:50

«Йәнгүҙәй» ҙәр - иң яҡшы әҙәби ойошма!

«Башҡортостандың иң яҡшы әҙәби ойошмаһы» конкурсына “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында 1998 йылда барлыҡҡа килә. Уның тәүге етәксеһе шағирә, «Октябрь байрағы» гәзите хәбәрсеһе Гөллирә Исхакова була. 2002 йылдан алып БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева етәкләй. Берекмә 2007 йылдан Рәйес Түләк исемен йөрөтә.

«Йәнгүҙәй» ҙәр - иң яҡшы әҙәби ойошма!«Йәнгүҙәй» ҙәр - иң яҡшы әҙәби ойошма!
«Йәнгүҙәй» ҙәр - иң яҡшы әҙәби ойошма!

2009 йылда берекмәнең тәүге йыйынтығы донъя күрҙе. 31 авторҙан торған был йыйынтыҡ "Ирәндек гәүһәрҙәре" тип аталды. 2022 йылда 42 авторҙан торған “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” сыҡты. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең барлыҡҡа килеүенә 25 һәм Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуы айҡанлы 2024 йылда 56 авторҙың ижады тупланған “Ирәндек гәүһәрҙәре-3” китабы Сибай типографияһында баҫылды. 2015 – Әҙәбиәт йылында - “Бәйләнештә” селтәрендә берекмәнең “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе. Баймаҡ” исемле төркөмө барлыҡҡа килде (vk.com/club91441072). Унда берекмә ағзаларының ижад емештәре донъя күрә, төрлө конкурстар, флешмобтар ойошторола, шулай уҡ билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәре лә төркөмдөң битен биҙәй. Бынан тыш “Белеп ҡуй!”, “Тәржемә мәктәбе”, “Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?”, «Ә һеҙ беләһегеҙме?» исемле даими рубрикалар, “Беҙ – Баймаҡ шағирәләре”, “беҙ – Баймаҡ әҙиптәре” проекттары алып барыла. Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар йылы уңайынан «Тәржемә мәктәбе» рубрикаһы сиктәрендә 2021 йылда Р.Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары йыл буйына бөйөк рус классигы А.С.Пушкиндың шиғырҙарын бик матур итеп башҡорт теленә тәржемә итте. Ошо ижади эштәрҙе туплап Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы "#Пушкинды тәржемәләйбеҙ!" тип аталған кескәй йыйынтыҡ сығарҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуы айҡанлы Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары тарафынан «Рәми айлығы» иғлан ителеп, ай буйына халыҡ шағирына арнап яҙылған шиғырҙарҙар, шулай уҡ Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы ижад ителгән афоризмдар китапхана сығарған «#ХушЕҫлеКәрәҙҠоямын» исемле йыйынтыҡҡа инде. Әлеге ваҡытта Р.Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының 87 китабы донъя күргән. Берекмәлә ҡанат нығытҡан Әминә Яхина, Урал Мостафин, Фәнис Сирбаев, Айгөл Ишемғужина Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берлегенә ағза итеп ҡабул ителде. Байыҡ Айҙар исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә төрлө йылдарҙа Хәйҙәр Көмөшбаев, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Таңһылыу Вәлиева Гран-при, беренсе һәм икенсе урындарға эйә булды. "Башҡортостан ҡыҙы" журналы ойошторған "Әсә йөрәге" конкурсында төрлө йылдарҙа Рәйсә Иҫәнбаева, Таңһылыу Вәлиева, Тәслимә Рәхимова, Айгөл Аҡҡужина, Риана Вәлиева, Көнһылыу Сөләймәнова, Фәриҙә Исмәғилева, Айгөл Ишемғужина призлы урындар яуланы. Нурия Мортазина “Илһам шишмәләре-21” төбәк-ара Шиғриәт байрамында “Башҡортостан йылы” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Барлыҡ ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Халҡына дан йырланы” исемле ижади конкурста “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары даими ҡатнашып, призлы урындарға эйә була. Төрлө йылдарҙа Ишдәүләт Сафиуллин, Нурия Мортазина Гран-при яуланы. Бынан тыш Белорет яҙыусылар ойошмаһы ойошторолған Дамир Шәрәфетдинов исемендәге ижади конкурста ла “йәнгүҙәй”ҙәр призлы урындар яулап тора. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған бөтә ижади конкурстарҙа, әҙәби кисәләрҙә “йәнгүҙәй”ҙәр әүҙем ҡатнаша. Китапхана янында эшләгән Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубының да күпселеген берекмә ағзалары тәшкил итеп, ауылдар тарихын яҙыу буйынса ҙур эштәр башҡаралар, китаптар сығаралар. Ошо уҡ клуб иғлан иткән фәнни-тикшеренеү конкурстарында ҡатнашып, районыбыҙ тарихына тос өлөштәрен индерәләр. Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе – БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас