Аҡҡош-егет көслө, ғәйрәтле. Юл буйына һөйгәнен ҡурсалап, һаҡлап килде ул. Ә һөйгәне шундай наҙлы, ҡанаттары сибек кенә шул. Арыны, талсыҡты һылыуҡай. Йәш пар ҡоштар тубынан артта ҡала барҙы. Аҫта, ер өҫтөндә түңәрәк кенә йәмле күлде күреп, туҡтап үтмәксе булдылар. Тиҙҙән, тиҙҙән улар күлдең көмөш һыуынан ауыҙ итәсәк, тулҡынында кинәнеп йөҙәсәк! Тик шул мәлдә шартлау яңғыраны. Һәм...аҡҡош-ҡыҙ иңрәп ҡысҡырҙы ла, уҡтай ергә ташланды. Юғалтты егет һөйгән йәрен, яраланып ауҙы аҡҡошҡайы... Аҡҡош-егет моңһоу ҡарашын тирә-яҡҡа ташлап күл буйында оҙаҡ көттө, күкте иңләп осоп-осоп әйләнде. Яңғыҙ аҡҡош шундай ғорур һәм мөһабәт ине. Ул ышана, килер уның мөхәббәте! Зәңгәр күл уларҙыҡы, тик уларҙыҡы булыр! Тәбиғәтте мең төрлө төҫтәргә мансып, йәй килде. Барса ҡоштар парланып оя ҡорҙолар, ҡошсоҡтары донъяға килеүен сабыр ғына көттөләр. Ошондай иҫ киткес хозур иртәлә һауала таныш тауыш яңғыраны. Ул! Күңелен яулап әсир иткән һылыу аҡҡошо! Егет һағыныуын, һағыштарын бер көйгә һалып үҙәк өҙгөс тауыш менән яуап бирҙе... Ниһайәт, улар бергә! Зәңгәр күктә ҡояш көлә, ерҙә ынйылай көмөш күл балҡый, туғайға, әйтерһең дә, аҫыл япма-балаҫ түшәлгән. Бер-береһенә ғашиҡ гүзәл пар өс ҡошсоҡҡа ғүмер бирҙе. Кескәйҙәренә бөтмәҫ наҙ, һөйөү бүләк иттеләр. Ә йәй ғүмере үтә лә ҡыҫҡа, тиҙ генә үтеп тә китә. Ҡошҡайҙар ҡаңғылдашып күккә йышыраҡ баҡтылар, осор ҡанаттарын нығыттылар. Матур бер таңда улар йылы яҡҡа ҡуҙғалды. Күркәм, нәзәҡәтле инә аҡҡош ғәзиздәрен эйәртеп ауыл осондағы ялтыр ҡыйыҡлы йорт өҫтөнән урап үтте. Ата ҡош аңланы һөйгәнен, уның ни әйтергә теләүен бар күңеле менән тойҙо. Яралы аҡҡошҡайын ошо йортта йәшәгән изге кеше дауалап аяҡҡа баҫтырған! Йылы яҡтарға юл тотоусы ҡоштарҙың илаһи, аһәңле тауышында сикһеҙ шатлыҡ та, һағыш та, хушлашыу моңо ла сағылды. - Көтөгөҙ, беҙ тағы килербеҙ, әлегә хуш, Аҡҡош күле!, - тигән кеүек улар. Ә Ер-әсәбеҙ ҡуйынында был мәлдә мәңгелек һөйөү симфонияһы тантана итте. Лилиә Ғәниева. Баймаҡ ҡалаһы