Сәғәт яҡынса ун бер тула, ултырабыҙ, мәжлес ҡорабыҙ, ҡапҡылайбыҙ. Икмәк ҡырҡып торған еренән ҡатыным бармағын ҡырҡты ла ҡуйҙы, яра тәрән генә. Пыр туҙып бинт эҙләйбеҙ, юҡ, ахыры, ҡанды туҡтатырға була, сепрәк менән бәйләп торҙоҡ. Һуңлап сыҡҡан дуҫыма шылтыратам, бинт йәки лейкопластырь алығыҙ әле, тим. Ары ултырабыҙ. Ағайымдың улы Сәлим бик тиктормаҫ малай, тышҡа сығам ти ҙә ҡуя бит әй. Ә тышта күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты, һуңғы илле йылда былай булғаны юҡ ине әле, тинеләр телевизорҙан хатта. Ағай Сәлимде кейендерҙе, ихатаға алып сыҡты ла, урам ҡапҡаһын элде. Ундағы йоҙаҡҡа буйы етмәй малайҙың, шуға урамға сығыу ҡурҡынысы юҡ. Уға тәҙрә эргәһендә, күҙ уңында уйнарға ҡушып, атаһы кире инде. Сәғәт инде ун ике тулып килә. Бөгөнгөләй иҫләйем – Линарҙар оҙаҡлай тип уйланым, әммә шылтыратманым, былай ҙа юл насар, әүрәтмәйем әле, тим. Тағы ун биш минут үтте, ҡуй, шылтыратайым әле, бер-бер хәл булмағайы. Гудоктар... Оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған гудок тауышы сымдың теге осондағы кемдәрҙеңдер үҙ-ара һөйләшеүенә олғашты. — Алло, — тинем мин. Өс секундлыҡ тынлыҡ. — Алло, — тип яуапланылар миңә, әммә тауыш бөтөнләй таныш түгел. — Ҡайҙа һеҙ? — тип һораным мин, инде аптырай төшөп. — Кем шылтырата? — Нисек инде кем? Әхәт мин, ә һеҙ? — бөтөнләй ҡаушап ҡалдым. —ЮХХДИ хеҙмәткәре, Һеҙ шылтыратҡан кеше... Аварияға эләкте, — тип яуапланылар телефондың теге осонда. — Нисек? Ныҡмы? — Өс мәйет. Яңы йыл хөрмәтенән түңкәргән рюмкалар шауҡымы секунд эсендә баштан сығып осто, әммә тел көрмәлә, бер һүҙ әйтеп булмай. — Ҙур тиҙлектә ҡаршыға килгән КАМАЗ аҫтына инеп киттеләр, шунда уҡ йән биргәндәр, — тип һүҙен дауам итте ЮХХДИ хеҙмәткәре. — Бар мәғлүмәтте һуңыраҡ белерһегеҙ, ғәфү итегеҙ. — тине лә, трубканы һалды. Телефонды ҡолағыма терәгән килеш ҡатып ҡалдым. — Ниңә йөҙөң ағарҙы? — ти ҡатыным. — Аварияға осрағандар... — тим мин. Артабан барыһы ла томан эсендә һымаҡ иҫтә ҡалған: башта барыһы ла шаҡ ҡатты, аҙаҡ күҙ йәштәре ағылды. Ағай авария урынына йыйына, алйотмы әллә, тим, эскәнһең бит, юлда ла бер нәмә күренмәй. Айныҡ шофер эҙләйбеҙ, Яңы йыл төнөндә 35 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылға кем килһен инде. Бар шау-шыуҙы өйгә йүгереп ингән Сәлим бүлде, ҡап-ҡар үҙе: — Барығыҙ, асығыҙ, килделәр бит! Минең буйым етмәне! —