– Һаумыһығыҙ, мөмкинме? Минең етенсе урын ине, – тип билетымды күрһәттем.
– Әлбиттә, рәхим итегеҙ. – Себер яҡтарынанмы? – тип һораны ул, йөк сумкамды күргәс.
– Юҡ, уҡыуҙан, сессияла, аҙналыҡ аҙыҡ-түлек запасы кәрәк бит, шуға ҙур сумка менәнмен.
– Ҡайҙа уҡыйһығыҙ, баш ҡалаламы?
– Эйе, БДУ-ла.
– Ә-ә-ә, бик мәслихәт. Мин дә шул уҡыу йортонда уҡығайным.
Минең дә ҡыҙыҡһыныуым арта төштө, ниндәй факультеттан икәнен белештем. Ханым ауыр итеп тын алды ла, күңеле менән йәшлегенә, үткәненә ҡайтты.
– Сибәрлегем менән әллә ни маҡтанмаһам да, йәш саҡта егеттәрҙең иғтибарынан ситтә булдым, тип әйтә алмайым. Киреһенсә, бер күреүҙән ғашиҡ булалар ҙа, кейәүгә сығырға тәҡдим яһайҙар ине. Һөйкөмлө һөйәгемде тапҡандарҙыр ине, күрәһең. Нисәмә егетте кире ҡаҡтым, уларҙың мөхәббәтенә мөхәббәт менән яуап бирә алманым. Күңел түренә берәүҙе лә үткәрергә ҡыйманым. Әллә бала саҡтан уҡ рәхәт күрмәйенсә, үгәй атайҙың яуызлыҡтарын күреп үҫеүем, әллә мәктәп йылдарында уҡ яратып йөрөгән кешемдең хистәремде аяҡ аҫтына һалып тапауы, әллә башҡа нәмә сәбәпсе булды – белмәйем инде...
Берәүҙе лә яҡын килтермәм, тип йөрөгәндә, миңә лә һөйөү килде! Килде лә ҡосағына һарып та алды, күҙҙәремә унан башҡа һис кем күренмәҫ булды. Унан башҡа бер кемде лә танымаҫ дәрәжәгә еткерҙе. Иртән дә, көндөҙ ҙә, кис тә, төндә лә күҙ алдымда – уның образы. Был ваҡытта өсөнсө курста уҡый инем. Был егет менән осраҡлы ғына таныштыҡ. Үҙе шаяртып, һүҙ ҡушты. Йөҙөндә ихласлыҡ, күңелдә илаһилыҡ. Көн һайын осрашыуҙар, күрешеүҙәр башланды. Бер аҙ күрмәй торһа, үҙе эҙләп килә ине. Дуҫым беренсе ҡарашҡа, башҡаларҙан айырылмаһа ла, үҙенсәлекле шәхес, әҙәбиәт-ижад менән ҡыҙыҡһына, шиғыр яҙа. Саф, эскерһеҙ күңеле, тулҡынланып торған, өҫкә таралған һары сәстәренең хуш еҫе, зәңгәр күҙҙәренең яҡты ҡарашы, ярҙамсыллығы бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ ине, моғайын. Изге күңелле, йомшаҡ тәбиғәтле, һүҙҙәрен үлсәп һөйләшә, яғымлы. Беҙ уның менән хатта етәкләшеп тә йөрөмәнек, бары тик «хәйерле көндәр, тәмле төштәр»ҙе шиғри юлдар аша еткереп, һаубуллаша инек.
Мин ғашиҡ булдым! Ниһайәт, үҙем көткән кешене таптым, тигән шатлыҡтан күктең етенсе ҡатында йөҙҙөм. Ятһам да, торһам да, ултырһам да гел Фәристе уйланым.
Бына июндең һуңғы көндәре, диплом алыу тантанаһы етте. Бер ҡараһаң, икебеҙ ҙә бәхетле. Беҙ бит юғары белемле белгестәр! Тик бәхет шундай яҡын да, үрелгеһеҙ алыҫ та ине шул. Үҙемде ике ут араһында ҡалған кеүек хис иттем. Ҡулдарыма яңы ғына алған дипломым менән ауылға ҡайтҡым килмәй, эшкә урынлашырға кәрәк, ә икенсе яҡта – ул! Уңғамы – һулғамы, ҡайҙа барырға?! Аҡылымды еңеп, йөрәк ҡушҡанса хәл итергә тәүәккәллек етмәне... Күрәһең, мөхәббәтем өсөн көрәшә белмәгәнмен, киләсәктә һөйөү ғазаптарында дөрләп-дөрләп янасағымды уйыма ла килтермәгәнмен. Өфөлә ҡалдым, ә ул, өҙөлөп һөйгән кешем, ауылына ҡайтып китте. «Бәлки, минең менән ҡайтырһың?» – тип тә ҡараны. Баш тарттым. Үпкәләне, башын түбән эйеп, моңһоу ғына хушлашты.
Баш ҡалала эшкә урынлаштым. Дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Яңы дуҫтар, таныштар табылды. Осрашыуҙарға саҡыра башланылар. Оҙатып ҡуйыусылар ҙа булды. Тик уларҙың береһен алдап йөрөмәнем, танышҡан көндө үк йөрәгемдең буш түгеллеген, яратҡан кешем барлығын әйтә инем.
Яратҡан кешем... Уйым менән гел уның эргәһендә булһам да, беҙҙе бер-беребеҙҙән саҡрымдар айыра ине. Ике арала йөрөгән мөхәббәт хаттары араларҙы бәйләй бәйләүен, тик яратҡан йәнгә улар ғына аҙ. Бик аҙ! Икебеҙ ҙә ныҡ ғорур булдыҡ буғай, эш, туғандар, әсәйҙәр, тип, мөхәббәтебеҙҙе ҡорбан иттек.
«Мин һине беренсе күргән көнөмдән бирле яратам!» – Мәҡбүл миңә был һүҙҙәрҙе осрашҡан һайын ҡабатланы. Хистәренең ысын булыуына шикләнмәй инем. Шуға ла уның күңелен үҙемдән һүрелдереү өсөн нимә генә эшләмәнем: түбәнһеттем, көлдөм, кәмһеттем. Ә ул артымдан ҡалыу тураһында уйлап та ҡарамай! Ҡыҙҙар күҙе төшмәҫлек егет тә түгел бит – сибәр, киң күңелле, булдыҡлы... Көн һайын тәм-том, гөлләмәләр тотоп килә. Мөхәббәт аңлашыуҙарын тыңлап тормағас, һөйөү тулы хаттар юллай, открыткалар яҙа. Уҡымайым. Эстән һаман да Фәрис менән осрашыуҙы көтәм, беҙҙе ҡауыштырыуҙы һорап, көн һайын Хоҙайға ялбарам...
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш булды, нәҡ йыл ярымдан һуң осраштыҡ бит Фәрис менән! Әхирәтемдең туйына барғайным, ул да саҡырылған булып сыҡты. Шул көнгә ҡайтам да, ул саҡтағы халәтемде әле лә аңламайым: бәхетле инемме икән, түгелме, ерҙә инемме, әллә күктәме?! Туй табыны артында беҙҙең икебеҙҙең шәүләләр генә ултырҙы буғай, ә күңелдәр парлашып, ҡайҙалыр оса ине инде... Йәштәргә йылы теләктәрҙе еткергәс, туй тамамланғансы, һыу буйына төшөп киттек...
Инде нисәмә йылдарҙан һуң да был төндө мин һәр миҙгеленә ҡәҙәр хәтерләйем. Шул төнгә яңынан әйләнеп ҡайтам да, мендәр ситтәрен тешләй-тешләй, тауышһыҙ ғына үкһейем. Тормош ваҡлыҡтары ҡаршыһында үҙемдең көсһөҙ булыуымды күрә алмайым!
Беҙ айырылыштыҡ. Был юлы – мәңгегә... Йөрәк аҫтында уның балаһын йөрөткән килеш Мәҡбүлгә кейәүгә сыҡтым. Юҡ, юҡ, Мәҡбүлдән бер нәмәне лә йәшермәнем. Бер килеүендә уға бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Фәристән башҡа берәүҙе лә ярата алмауымды әйттем. Хатта, Фәристе ни ҡәҙәре генә яратһам да, ҡарынымдағы баланан ҡотолорға теләүем хаҡында ла... Нимә эшләргә белмәй, бәргеләнгән, йәнем туҡмалған сағым ине. Мәҡбүлдең үҙ туҡһаны туҡһан, күҙ йәштәре менән инәлде: «Сыҡ миңә кейәүгә! Өшөтмәм, рәнйетмәм, һине лә, тыуасаҡ балаңды ла яратам! Һине юғалтһам, миңә башҡа йәшәү юҡ!» – тине.
Фәрис... Ә Фәрисем бала тураһында бер ни ҙә белмәне. Уға был хаҡта нисектер хәбәр итә алманым, ғорурлығым да көслө ине булһа кәрәк.
Бына иртәгә никах тигән көндө унан һөйөү тулы хат килеп төштө. «Тиҙҙән йәш белгес булараҡ фатир бирәләр, шунан һине килеп аласаҡмын. Мин һине яратам!» – тигәйне ул. Хаттың аҙағында шиғыры ла бар. Инде ятлап бөттөм, егерме биш йыл үтте лә баһа, тип шиғырын да яттан һөйләп бирҙе апай.
...Хатты беренсе мәл илай-илай киҫәктәргә ҡырҡып аттым, унан яңынан йыйҙым... Әле лә ул хат яратыуымдың иң ҡәҙерле йәдкәре булып, көндәлегем эсендә һаҡлана. Яуабымда нимәләр яҙғанмындыр, теүәл генә хәтерләмәйем, хатымдың күҙ йәштәренә сыланып бөткәнен иҫләйем. «Инде башҡаса бер ваҡытта ла осраша алмаясаҡбыҙ! Мин кейәүгә сығам!» – тигән һаубуллашыу хаты ине ул.
Мин матур ғына малай таптым. Үҙем генә ҡалған саҡтарымда, улымды ҡосағыма алып: «Фәрисем!» – тип бышылдай-бышылдай һөйә инем, бәпесемдең һәр хәрәкәтендә уны ғына күрәм, һулышында уны тоям...
Мәҡбүл... Ирем беҙҙең икебеҙҙе лә – мине лә, баланы ла һәр ваҡыт ысын яратыу менән яратты. Ул мине алиһә урынына күрҙе, бер ҡасан да үткәнемде иҫкә төшөрмәне. Беҙ инде егерме биш йыл матур пар булып ғүмер итәбеҙ, көмөш туйыбыҙҙы билдәләп үтергә йыйынабыҙ, Алла бирһә. Ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙек. Иремде яратмайым, тип әйтә алмайым, миңә, балаларға булған мөхәббәте менән үҙенә ҡарата ихтирамды көндән көн арттыра ғына ул – уны яратмау оло гонаһ булыр ине. Көнләшмәне. Көн һайын: «Бәхетемде күпһенә генә күрмә!» – тип Аллаға ялбарам.
Беләһеңме... Фәристе лә онотоп булмай. Ул төштәремә инә. Төштә һәр саҡ сәскәле яландарҙа, ҡарағайлы урмандарҙа, саф һыулы шишмә буйҙарында булабыҙ, студент йылдарына әйләнеп ҡайтабыҙ.
Ул өйләнмәне, мине онота алманы, һағынды, кипте, һағыштан янды. Мал тотто, ҡорт үрсетте, баҡса үҫтерҙе. Барыһына ла бер үҙе, әсәһенән һауыт-һаба ла йыуҙырманы, мәктәптә балалар уҡытты, түңәрәктәр ҙә алып барҙы. Был ваҡытта ул район үҙәгендәге фатирын һеңлеһенә ҡалдырып, әсәһе янына ҡайтҡайны. (Фәриҙә лә уҡытыусы, кейәүҙә, ике балалары бар).
Һуңғы осрашыу егерме йыллыҡта булған икән. (Беҙ биш йыл һайын курсташтар менән университетта осрашып торабыҙ. Уҡытыусыларыбыҙ менән хәтирәләребеҙҙе яңыртабыҙ, һөйөнөслө сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һәммәһен дә иҫкә алабыҙ). Осрашыуҙың инициаторы Фәрис булған. Ул кистә беҙ яратып бейегән бейеүҙәр, шул уҡ көй-моңдар булды. Иремдән рөхсәт алып, мине бейеүгә саҡырҙы. Күҙҙәрендә моң, тәрән һағыш ине. Бейегән арала:
– Нимә булды, һөйлә дөрөҫөн, бәлки, ярҙам итә алырмын. Әллә ауырыйһыңмы? Бигерәк бөткәнһең, – тинем.
Үҙенә генә хас пафос менән шиғри рәүештә яуап бирҙе:
Ышаныс менән күпме таңды ҡаршыланы
Мең яралы йөрәк.
Әле лә һинең хаҡҡа ғына тибә
Мең ямаулы йөрәк...
– Юҡ, ярҙам итә алмайһың, һин ир ҡатыны, балаларың әсәһе, улар иғтибар үҙәгендә булһын. Мин яйын табырмын. Быға ҡәҙәр йәшәнем бит. Рәхмәт! Бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине, башын аҫҡа эйеп.
– Рәнйейһеңме?
– Был – күрәсәк, маңлайға яҙылған. Йондоҙҙар шулай юраған.
Бейеү, тигәндән... Был кисәлә төркөмдәштәребеҙҙең һәр береһе менән бейеп сыҡты. Тормош юлдаштарыбыҙ уға асыуланманы, киреһенсә, һоҡландылар, суҡынған, оҫта бейей һәм бейетә лә белә, ҡыҙғаныс, бәхете генә юҡ, берәй гүзәл затты һис шикһеҙ ханбикә итер ине, тиештеләр.
Аш-һыу өҫтәлендә тамада вазифаһын да үтәне ул.
Күберәк өлөшөн минең янда үткәрҙе. Мәҡбүл бер һүҙ әйтһә – ләм-мим! Дөйөм алғанда, осрашыу барыбыҙҙың да күңеленә хуш килде. Бигерәк тә Фәрис шат ине. Мин быны бөтә күңелемдән һиҙҙем. Студент йылдарында парталаш әхирәтем Рәмилә:
– Бер аҙ йылмайыр инең, күпме ҡарап торҙом, көлөп тә ҡараманың. Әллә тештәрең юҡмы? – тине уға.
– Барыһы ла бар. Алдырылғандары урынына ҡуйҙырылғандары тора. Уҡытыусы кешегә тешһеҙ йөрөү килешмәй. Үҙең беләһең: бәйге-смотрҙар, фекер алышыуҙар. Ә йылмайыуға килгәндә... мин көлә белмәйем, инде 20 йыл. Уҡыусыларымдың уңыштарына эстән генә һөйөнәм. Бөтөнләй ҡайғылы уҡ та түгелмен, собханалла, – тине Фәрис.
Осрашыу аҙағында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Фәрис барыбыҙ менән дә ҡул бирешеп, ҡосаҡлашып сыҡты. «Онотмағыҙ, юлдарығыҙ төшкәндә инеп сығығыҙ. Татлы кәрәҙле бал, ҡайнар сәй һәр ваҡыт һеҙҙе көтә. Аллаға шөкөр, барығыҙ ҙа килгәнһегеҙ. Рәхмәт! Миңә ҡайтырға ваҡыт инде», – тине.
– Фәрис! – тип ҡысҡырҙым да янына барҙым. – Бәлки, ҡайтмаҫһың, ә! Һине ҡунаҡҡа саҡырабыҙ ирем менән икәүләп, ул риза. Ҡуна ҡалырһың, һөйләйһе һүҙҙәр ҙә күп.
– Тура килер әле, уныһында мотлаҡ инәсәкмен...
Алла бирһә, тип әйтмәне шул. Инде нисәнсе йыл үткән осрашыу йәнемә тынғылыҡ бирмәй, бәғеремде телгеләй. Туранан-тура әйтәһе булған. «Килеп күрер инең, һинең дауамың бар, улың үҫә, беҙҙең саф һөйөүҙең емеше», – тип. Ул, бар мәшәҡәттәрен ташлап, һис шикһеҙ, килер ине.
... Ә хәҙер һуң инде. Бер йыл элек уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Йүгереп йөрөгән килеш. Хәүефле хәбәрҙе һеңлеһе еткерҙе. Ҡырҡ көнөнә барып булманы, кесе улыбыҙҙы уҡырға индереү мәшәҡәте менән йөрөнөк. Аллаға шөкөр, балам яҡшы билдәләргә өлгәшә.
Быйыл Мәҡбүл менән ғаилә ҡороуыбыҙға, университетты тамамлауға ла егерме биш йыл. Фәрисһеҙ үтәсәк юбилейҙар... Үкенесле, әлбиттә. Йәшермәйем, бик яманһыу, бер генә минутҡа булһа ла уны күргем, ҡосағына һыйынғым килгән саҡтар була. Тик былар хыял ғына... Ҡайһы мәлдәрҙә көндәлегемде асам да, йәштәремә быуыла-быуыла һуңғы хатында яҙылған шиғырын уҡыйым.
Бына бит кеше! Егерме дүрт йыл ситтән генә яратып йөрөнө, көнләшмәне, рәнйетмәне, үсекмәне. Аңлайым, ҡыйын саҡтары күп булғандыр. Димләп тә ҡаранылар үҙен, ризалашманы. Әммә йәшәүгә өмөтөн өҙмәне. Хөкүмәт тарафынан «Мәғариф алдынғыһы» исеме менән дә бүләкләнде. Өфөгә юлы төшкөләне, барыбер асыҡтан-асыҡ һөйләшеп булманы. Хәҙер һуң инде, һуң...
Юлдашым йәшле күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөрттө лә, миңә «наказ» уҡый башланы.
– Һөйгәнеңде бер ваҡытта ла ҡыйырһытма, гел «тәмле» һүҙҙәр менән иркәлә. Уның көйөнә генә тор. Тағы ла яҡшы мөғәмәләлә бул, үкенерлек булмаһын. Нисек бар, шулай ярат. Был апай һөйләй ҙә һөйләй, тип уйлама. Үҙем кисергәндәр, баштан үткәндәр...
Бына шулай бер мөхәббәт тарихын тыңлап, ауылға килеп еткәнемде һиҙмәнем дә. Гөлгөнә апай менән һаубуллашып, төшөп ҡалдым. Ул моңһоу йәшле күҙҙәре менән тәҙрә аша ҡул болғап ҡалды.
Ошо күренеш һәм сирек быуатлыҡ мөхәббәт тарихы мине уйҙар өйөрмәһенә әйҙәне. Юҡҡағынамы ни һиндтар, мөхәббәт мәңгелек, күңел һәр саҡ йәш, йән үлмәй, тип әйтмәгән. Фәрис ағай ғүмере буйы иң изге, саф хистәр менән яратҡан. Гөлгөнә апайҙы ла мөхәббәтһеҙ, тип әйтмәҫ инем. Уның тормош иптәше Мәҡбүл, өс балаһы бар, донъяһы етеш. Был өсмөйөштөң асылында бары тик мөхәббәт кенә ята. Һағышлы, аҡ һәм саф. Һәм мәңгелек...
Илбарис СӘЛИМХАН.