АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
23 Май 2023, 11:32

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр. (Хикәйә.)

 - Әртислеккә юғары уҡыу йорттарында йырға уҡыған кешеләрҙе һайлап алалар, ғәҙәттә, ә беҙҙең һымаҡ халыҡ араһынан сыҡҡандар - һайландыҡтан ҡалғаны. Ябай ғына хаҡиҡәтте аңлап етмәй күптәр, ғиллә шунда, ҡарғаны консерваторияла уҡытыуҙан ни фәтеүә, ул һандуғас булып һайрап китмәй бит инде күпме өйрәтһәң дә, һабан турғайы ла була алмай!..

Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр. (Хикәйә.)
Һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр. (Хикәйә.)

     Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән саҡта, “Тиҙ ярҙам” станцияһының водителе Әхмәт ағай, көтмәгәндә-уйламағанда мине үҙҙәрендә үткәреләһе ҡунаҡҡа  йәүкәләне. Көтмәгәндә, тип әйтеүем шунан килә, беҙ уның менән, эш буйынса тимәһәң, яҡындан аралашҡан, бер табаҡтан аш ашаған, бер көрәгәнән ҡымыҙ һемергән әшнәләр ҙә түгел түгеллеккә, тағы йәш айырмабыҙ ҙа апаруҡ ҡына, мин яңы әрме сафында хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан егет, ә ул ҡырҡ йәштән уҙған ир уртаһы кеше, ике бала атаһы. Малайҙары ҙурайған инде, күптән үҫмерлеккә ингән, йомош һылтауынан дауахананың гаражына килеп күренгеләйҙәр ылғый, ҡатыны терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әхмәттең һүҙ ыңғайында тубытыуына ҡарағанда, әле ойошторолаһы табынды улар, олонан ҡубып, ҙурҙан ҡормаҡсылар икән. Ғаиләлеләр унда парлап барыры көн кеүек асыҡ, ә мин - буйҙаҡмын, ирекле, үҙаллы, бойондороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрәм, өйләнеү, муйынға мәленән алда ҡабаланып тормош ҡамытын кейеү, ике ятып бер төшөмә инеп сыҡмай әлегә. Вайымһыҙ, елғыуар йәшәү рәүешем дә күсмә ҡаҙаҡтыҡылай - бөгөн бында, иртәгә тегендә, ҡайҙа ҡыҙыҡ, ҡайҙа мәрәкә, ҡайҙа кәмит - мин шунда. Етем ҡорһағы ете ҡат тиҙәр бит, тамаҡ туйыр ерҙе лә алдан ҡарап- байҡап ҡына йөрөйөм үҙем дә. Әлеге өндәшелгән ерҙә ҡыутомшоҡ йәшәйештең ҡоро-һарыһы, ҡаты-ҡотоһона күнгән, күнеккән тамағым һис шикһеҙ туйыр, уныһы бәхәсһеҙ, әммә үҙемдән әллә күпмегә оло йәштәгеләр менән йыйылышып ултырыу миңә ҡыҙыҡ, та кәрәк тә түгел. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән кит, тиҙәр бит, саҡырылғас, ни булһа ла булыр, барайым. Йәнә, орҙо-бәрҙерәк, яндырайыраҡ холоҡло Әхмәттең саҡырыуы ла бигерәк үҙенсәлекле килеп сыҡты, ул кире ҡаҡҡыһыҙ, бойорғандай итеп һуҡ бармағын минең тарафҡа һөңгөләй ҡаҙаны: “Ызначит, молодой человек, мы приглашаем тебя, киләһең, килмәй генә ҡара! Берәй юҡ һылтауҙы табып, уйлап сығарып һүҙемде йыға ҡалһаң, сматри, башҡаса миңә яҡынлайһы, күрешәм, тип ҡул бирәһе булма! Ясно выразился?!” Төшөнмәгән ҡайҙа, төшөндөм. Тағы йор һүҙле, көләмәс, лаҡап һөйләргә әүәҫ Әхмәттең шаяртып, уйынлы-ысынлы, яйы сыҡҡан һайын ҡабатлаған бер әйтеме лә бар бит әле: “Саҡырып ҡунағың килмәһә, ауырып бисәң үлмәһә, шунан ҡыйыны юҡ!” Шулай итеп, барырға ҡарар ҡылдым, бер сменала, уртаҡ эш атҡарған хеҙмәттәшемә ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт тыуҙырмаҫҡа булдым, һин дә мин эшләп йөрөгән, ҡап урталай бүлһәң, упа достоиндан ике бисә сыҡмалы, сәләмәтлеге тышҡа бәреп торған ҡатыны ла имен генә була күрһен. Ҡо-ро ҡашыҡ ауыҙ йырта, ҡулды төбө тишек кеҫәгә тығып барып инеү килешеп бөтмәҫ, тип күстәнәскә затлы әрмән коньягын һатып алып, ҡултыҡ аҫтына “Ҡош һөтө”тип аталған ҡаплы кәнфит ҡыҫтырҙым да киттем кисҡырын ҡасаба осондағы кирбестән һалынған йортҡа. Күреп-белеүемсә, Әхмәттәр шул ике ҡатлы йорттоң аҫҡыһында өс бүлмәле фатирҙа йәшәйҙәр. Ни хәл итмәк, әҙерәк кенә ултырырмын да, мәжлес ҡыҙа төшһә, һиҙҙермәй, ҡунаҡтарҙың күҙенә артыҡлап салынмай ғына сығып та һыпыртырмын, Әхмәткә һый-хөрмәт өсөн рәхмәтте һуңынан, иртәгеһен әйтермен әле. Исем өсөн булһа ла барып күренеп киткәс, ихтирамың, иғтибарың шулдыр, эшкә һынаманың, тип мыжый алмаҫ аҙаҡ, бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа имен, был осраҡта, бөттө-китте. Ысынлап та ҡунаҡтарҙы күп итеп йыйғандар, ян-тирәләге ауылдарҙан яҡын ҡәрҙәштәре, сыбыҡ осо туғандары килгән, араларында мин күргән-белгән таныштар ҙа бар, таныш түгелдәр ҙә. Күрешеп, көңгөр-ҡаңғыр хәл-әхүәл белешкәндән һуң ир-ат, абруй-дәрәжәләренә, тотҡан урындарына, йәшәлгән йәштәренә ҡарап, ҡурсаҡтай ҡуҫтарланған, һыланған-һыйпанған ҡатындарын яндарына алып, сиратлап өҫтәл тирәләй ултырыша, урынлаша башланы. Кимәле ярты һыңарҙың биләр биләмәһе, һағыр ҡуналҡаһы алдан тәғәйенләнгән – ҡуныр еремә төртөп күрһәтеп әйҙүкләмәһәләр ҙә бер яҡ мөйөштән, ишек ҡырлауынан урын алдым. Бер үҙем, тип бошонһам да бөтөнләй үк яңғыҙ түгелмен икән дә баһа, көтмәгәндә-уйламағанда, яр аҫтынан яу сыҡҡан, бына һиңә мә, һиҙемләүемсә, кемеһенеңдер ҡарындашынмы, яҡын һеңлеһенме, алыҫ балдыҙынмы, әллә күҙ алдында йөрөгән ултыраҡ бикәсенме шунда, тәбәнәк буйлы, ҡыҫҡа аяҡлы, ҡалҡыу янбашлы, тар бәрхәт күлдәгенә саҡ, илла-алла менән һыйған тыңҡыш кәүҙәле, еҙ батмустай ерән сәсле, һайыҫҡан йомортҡаһылай һипкелле бер ҡыҙҙы миңә терәп, йәнәшәләтеп ултыртып та ҡуйҙылар. Әхмәттең ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп саҡырыу сәбәбе ниһайәт асыҡланғандай итте, шулай итеп, үтемһеҙ тәғәмде бал ҡалаҡҡа һалып теләкһеҙ ҡабып, ауырлыҡ менән йотоп ебәрерлек ошо, үтә йәмһеҙҙән саҡ ҡына юғары, урта сибәрҙән һиҙелерлек ҡайтыш һылыуҙы миңә димләмәкселәрҙер, шыма килеп сыҡҡан осраҡта, һылап, тағып, йәбештереп үк ҡуймаҡсыларҙыр. “Димсе диңгеҙ кисер” тиҙәр бит, күҙләштереүселәр, ҡоҙалаусылар әүәле лә булған, хәҙер ҙә бар. Һайланған һаҙға батҡан, ултырыр ултырыш урыны тапмай аҙып-туҙып һикрәңләгән ас саранча сиңерткәһеләй оса-ҡуна торғас, ҡаптым ҡармаҡҡа, көтмәгәндә. “Юҡ инде, мин улай тиҙ генә, күндәм генә баш һалып, телһеҙ-тешһеҙ ауыҙлыҡланғандарҙан, тибешмәйенсә өнһөҙ тышалғандарҙан түгел, тәртә араһына ла ҡаршылыҡһыҙ тыға алмаҫһығыҙ, бешмәгән мәмәйҙе икенсе урындан, ситтән эҙләгеҙ, йәме?” тип йыуатам үҙемде эстән.Теге ҡыҙ ултыр-ышыу, урынлашыу ығы-зығыһынан файҙаланып шыпырт ҡына ҡаш аҫтынан ми-нең яҡҡа ҡыҙыҡһыныусан, һынамсыл һирпелгәйне, мин дә үҙ сиратымда, уны оҡ-шатҡандай, үҙһенгәндәй итеп текәлеп, дөйөм иғтибарҙы артыҡлап йәлеп итмәй генә, һыумейе, шыр тиле кешеләй ауыҙымды ышпайтып, күҙ алмаларының ағын әйләндереп, ҡараларын ҡылыйландыра биреп танау осона йүнәлтеп, эҫелә сарсаған бурҙайҙай телемде һәлберәтә төшөп, ике донъя, бер мөрйә тормошта көн иткән, зиһен-аң кимәле тап-таҡыр, иҫкә бер төрлө һантый әҙәмдәй иркен итеп, мәғәнәһеҙ, хаяһыҙ йылмайып ебәрҙем. Был минең аңыш, семтем дә аҡыл сағылмаған фиғелемдән шикләнде, һипһенде шикелле, тумалаҡ, тығыҙ аяҡ сираҡтарын ишеп, күлдәгенең наҡыҫ итәген ҡымтып тубығы яғына тарта төшөп, ике арала һиҙелерлек арауыҡ ҡалдырып арыраҡ шылды. “Ситкә тибәреп, саф хистәремде яуапһыҙ итмә, зарыҡтырма, һылыуым, китмә берүк, ташлама мине аяуһыҙ яҙмыш ҡосағына!” Эскерһеҙ, ихлас һөйөүгә туҡылған игелекле уйымды тормошҡа ашырырға теләп, мөкиббән китеп ғашиҡ булған мәжнүн ише, быжыр биттәрҙән сиратлап үпәкәй итергә йыйынғандай ыңғайы бер ҡыҙҙың артынан тартылғайным, был, яҡын юлайһы, һырпаланаһы булма, тигән фиғелдә һыпатһыҙ йөҙөн уҫал төмһәртте. Шөкөр, ҡотолдом әләйгәс, был аяҡлы бәләнән дә, өнөндә шөрләттем, инде килеп төшөнә инеп йөҙәтермен, ҡотон алырмын, шай.

Һүҙ ҙә юҡ, хужабикә ҙур ҡалаларҙағы һиммәтле ресторан залына торошло, һәммәһе юғары зауыҡ менән урынлаштырылған күркәм өҫтәл хәстәрләгән. Буштың атаһы күптән үлгән, сәбәпһеҙ, осраған береһенең алдына һый ҡуйып, ҡалъя һоғондора һалып бармайҙар хәҙер, йә берәйһенең юбилейы, бәпес туйы, ҡул ҡулды йыуыу һөҙөмтәһендә ҡутараһынан килгән табыш, йә бүләк, юҡ тигәндә таныш-белешлек арҡаһында алынған Маҡтау Ҡағыҙы йыуыла. Ә унда инде ҡоро ҡул барыу шыпа ла килешмәгән эш, түш кеҫәңдәге конвертта тәғәмләнер ризығыңды ҡапларлыҡ төйөрөм генә аҡса ятыу фарыз. Баҙар иҡтисады шарттарында шулай һәммәһе лә алдан уйланыла һәм иҫәпләнә. Ә теге саҡтағы Әхмәттәрҙең табыны, һиҙемләүемсә, бер ниндәй сәбәпһеҙ, маҡсатһыҙ йыйылғайны. Иркенләп күңел асып ултырыуҙыр теләктәре. Ысынлап та, ятһырап-тартынмаған, бер-береһе менән аралашып, ҡатышып йәшәгән таныштар, ауылдаштар, дуҫтар ирәүәнләп, иркенләп байрам итә.

Һәүетемсә башланып, кемуҙарҙан һыу буйы итеп һөйләнелгән хәбәрҙән, ҡа-шығаяҡ шалтырауынан, бер яҡ ҡырҙағы ултырғысҡа ҡуйылған магнитофондан ағылған бейеү көйөнән ҡорт күселәй геүләп ҡуҙғыған тынсыу табын ҡыҙған ғына мәлдә ишек ауыҙында ҡойто кейенгән, урта йәштәрҙәге бер ир күренде; башында бумазыйҙан тегелгән, маңлай өлөшөнә, ҡолаҡсындарына яһалма йән ишараты йәбештерелгән алама кәпәс, өҫтөндә ҡаҡашыуҙан йылтырап ҡатҡан фуфайка, аяҡтарында сүсинкә быйма, үҙе күрер күҙгә үтә лә күрмәлекһеҙ - тәрән йыйырсыҡтар сыбарлаған яҫы маңлай, ялбыр, тура тартып ҡушылып үҫкән яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡтар, ҡан һауып ҡыҙарған күҙҙәр, ҡырынмағанлыҡтан шырт төк япҡан һалынҡы биттәр бергә ҡушылып таушалған, йоҡоһоҙлоҡтан арып талсыҡҡан ындырһыҙ йөҙҙө хасил итәләр. Торғаны бер шыҡһыҙ күләгә, торғаны бер өркөткөс баҡса ҡарасҡыһы. Йыйылыусылар кем йөрөй әле ваҡытһыҙ һуңлап, бимазалап, тигәндәй, бар иғтибарҙы инеүсегә йүнәлтеп, бер аҙға ғына тынып шымтайыштылар. Уҫлаптай, шупан кәүҙәле ир урынһыҙ килеп ингәнен абайлап, икеләнгәндәй туҡтап ҡалды, һырыған салбарына йәбешкән ҡар бөртөктәрен һыпырып аяҡтарын алмаш-тилмәшләне, кире боролорға йыйыныпмылыр, ҡайырылып ишек тотҡаһын һәрмәгәйне генә инеүсене мәлендә шәйләп өлгөргән йорт хужаһы, тауыш ал-ыштырмай ҡамасаулаған магитофондың тауышын бөтөнләй баҫып, тәбәнәк кәүҙәһен төмрәңләтеп, ҡоласын киң йәйеп, йөҙөн айҙай балҡытып, уға ҡаршы атланы:

       - Һо, кемде күрәм, Ғәйсәр абзый, был һин түгелме?!

 Ир асарбаҡ төҫ-башынан ары китмәгән шыҡһыҙ ҡиәфәтенән оялғандай, үртә-лгәндәй ҡулындағы йоран бейәләйҙәрен һалып уңлы-һуллы быйма ҡуңыстарын ҡаҡҡылағандан һуң кәпәсен систе, йомро башының түбә тапҡырында майланып тырпайған тыңлауһыҙ, саллана төшкән сәстәрен рәткә килтереп һыйпаны:

       - Ызнамы, танының тәки, эрәхмәт. Өй беренсә әрһеҙ хәйерселәй кем әйенселәһен ҡараңғы юҡҡа, эңер төшкәс, минән башҡа... Һаумыһығыҙ барсағыҙ ҙа?! - Өҫтәл тирәләй ултырғандарҙың яғына йылы ҡарашын һирпеп, йөҙөн ирәмһетеп, сәхнәләге әртистәй кеселекле баш эйҙе.

       - Иҫәнлектәбеҙ! - тине Әхмәт бөтәһе өсөн яуап биреп. -  Бына шәмбе көн булғас, ял алдынан тик ултырғансы тип, туған-тыумасаны, дуҫ-иштәрҙе, күрше-тирәне йыйып алырға иттек әле. Һин дә һөйләмәй генә йөрөйһөң икән дә баһа, рәхим итә күр!

Инеүсе һенағастай һерәйеп урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы:

       - Мине берүк ғәфү итә күр, мыртый, һеҙҙә ҡунаҡ барлығын белмәнем, юғиһә борола буламмы тағы, ысынлап әйтәм. Теләнселәгән йомошом билдәле, бер йотом нәмә инде шунда, кисәге эскелектән һуң баш сатнай, сатнай ғына түгел, ярылып бара...

       - Һин нимә, бер йотом, имеш, әйҙә, ҡәҙерле ҡунаҡтарым араһына!

       - Бәлки, кәрәкмәҫ, ә? Саҡырылмай йөрөгән һөймәлекһеҙ әҙәм һөмһөҙҙөң һөмһөҙө лә, ә мин ошондай хәлгә ҡалһам да, оятымды, намыҫымды юғалтмағанмын әлегә, әрһеҙ ҙә түгелмен...

       - Ништәп кәрәкмәһен, кәрәк! Ә һине белеү, һинең менән аралашыу, абзый, минең өсөн үҙе бер ҡыуаныс, үҙе бер оло мәртәбә! - Һәр ваҡыттағыса этеп алып барған Әхмәт тегенең фуфайкаһына барып йәбешеп, тимер төймәләрҙе ысҡындырып ебәрҙе, көсләшеп тартып тигәндәй кәпәсте алды ла ҡулындағын сөйгә алып барып элде. Ерән Сәстең биттәре бурҙаттай ҡыҙарҙы, күрәһең уның өҫ кейеме шул тирәгә эленгән булғандыр. “Сыҙа инде, бәғрем, күҙ нурым, - эсемдән үсәүле ҡыуандым, - был донъяла таҙа, саф, стериль ҡалыу мөмкин түгел, бысраҡҡа ла ҡағылаһың ҡайсаҡ, ҡойоға ла болғанаһың!.. ”

Фуфайка сиселгәс күренде, саҡырылмаған ҡунаҡтың өҫтөндә күп кейеүҙән эшлектән сыҡҡан пинжәк, иҙеү тапҡыры һиҙрәгән сатраш биҙәкле сатин күлдәк икән. Түшенә ниндәйҙер атҡаҙанған билдәһен дә тағып алған. Иҫке-оҫҡоға беркетелгән миҙал, хас та һыйырға эйәр һалған һымаҡ  күренә. “Эскелек мәлендә икенсе кешенекен яңылыш кейгәндер, йә яйы сыҡҡанда ҡупырайырға теләп берәйһенекен сәлдергәндер”, тип уйлап ҡуйҙым. Теге үҙ сиратында ҡатҡан билен ауырлыҡ менән эйелдереп сүсинә быймаларының галошын ысҡындырҙы:

       - Мин оҙаҡҡа түгел... һеҙ әйткәнгә генә...

       - Хоҙай Тәғәлә бүлгән ваҡытты хисапламайыҡ, уныһы әлеге мәлдә көнүҙәк, мөһим түгел, давай, түрҙең иң түренә, - шул арала йәшерәк берәүгә күрһәтмәһен бирә лә һалды, - ә һин дорогой брат, киленде ҡуша тартып шыл был яҡҡараҡ, икенсе ваҡыт шунда ултырырһығыҙ, үҙегеҙҙән юғарыраҡтар булмағанда!

Йәш ир менән ҡатын үпкәләгәндәй  тызырайышып урындарынан ҡалҡтылар.

Ғәйсәр ҡулдарын болғап ишаралап уларҙы урындарында ҡалырға өндәне:

       - Юҡҡа борсолмағыҙ, ултырығыҙ шунда, мин үҙ урынымды беләм!

Күпме генә ҡыҫтаһалар ҙа ир түргә ынтылмай өҫтәл ҡырынан, әсе тир, тәмәке, тағы ла  танауҙы ярып барған шундайыраҡ үҙенсәлекле ҡырҡыу еҫтәрҙе аңҡытып, минең яндан урын алды. Ерән Сәс барыбер әҙәп төшөнсәһен, тәрбиә ҡағиҙәләрен белеп еткермәйҙер, ҡыҙарған йөҙөн әсе ҡапҡандай сирылып, ризаһыҙ ҡиәфәттә тағы ла арыраҡ, төпкәрәк күсте. Зерә лә шәп, үтә лә ҡулай булды әле, бының менән танышмаҫ, ҡауышмаҫ элек үк айырылып, араларҙы бөтөнләйгә өҙҙөк, әләйгәс, өс тапҡыр талаҡ ҡысҡырыу ҙа кәрәкмәй хәҙер. Яңы күршемде өнһөҙ баш һелкеп сәләмләгәйнем ул, өҫтәл аҫтынан күрешергә ҡулын һондо, бармаҡтары имән ботағылай суғырмаҡлы, ҡаты.                                                   

        - Таныш булайыҡ, исемемде ишеттегеҙ, Ғәйсәр атлы булам, фамилиям - Солтанморатов.

        - Хәйҙәр.

        - Татарстандың билдәле йырсыһы Хәйҙәр Бегичев бар.

        - Билдәһеҙ кешемен.

        - Шулай ҙа, йырлайһыңдыр, йырламаған башҡорт балаһы булмай ул.

        - Яҡын дуҫтарым ҡабул итерлек, уларға ишетелерлек кенә итеп.

        - Уныһы ла яраған. Төҫ-башың менән бындағыларға тартмағанһың, ҡайҙан һин, мырҙа? - Урман Йылайырынан.

        - О-о-о, Ишмулла ағай төйәгенән икәнһең, уны мин яҡындан белдем.

Ышанмайыраҡ ҡарап алдым да ары һүҙ ҡуйыртырға теләмәй, алдымдағы ашамлыҡтар һалынған тәрилкәләрҙе, үҙемә тәғәйен тулы рюмканы тегенең алдынараҡ шылдырҙым, тартынмай һыйлан, йәнәһе. Ризыҡҡа ла ҡағылмай был, эҙләп килгән йотомон да йоторға ашыҡманы, юғарынан түбәнгәрәк ҡарап, аҡһөйәктәр, зыялылар ҡоронан килеп, бында ҡыҫҡа ваҡытҡа, осраҡлы һуғылған арҙаҡлы заттай һауалы ҡиәфәттә ғорур һерәйеп тик ултыра. Бер аҙҙан хужа өлтөрәп килә һалып етте, күлдәк еңе төрөлгән йөнтәҫ беләкле ҡу-лын йәнәш яурынға һалды:

       - Ҙурла әле, абзый, беҙҙең табынды, йырла берҙе!

       - Инеп етмәҫ элек үк, ауыҙ күтәреп аңрап ултырыу килешмәгән шөғөл, баш-ҡалар ҙа бар бит әле!

       - Сәсән барҙа телеңде тый, тиҙәр, бүтәндәр ни, сабыр ғына көтөп ултырып торорҙар. Ә һиңә ни ҡылһаң да килешә! - Әхмәт был ир менән һин дә мин яҡындан аралаша, үҙ кешеләй тартыныуһыҙ мөрәжәғәт итә, ул ғына ла түгел ихтирамын, хөрмәтен йәшермәй, Ғәйсәр ҙә күрмәгән-белмәгән кешегә былайтып инеп, йәйелеп ултырмаҫ ине, моғайын.

       - Үҙәк буйы ҡымырйытып, йүтәлләп торам бер аҙ.

       - Ниңә, бығансы тамағыңды сылатманыңмы ни? Улайһа тотоп ебәр! - Рюмкаларға ашыраһынан араҡы ҡойҙо. -  Бәлки, бер юлы, сирең йыуылып төшөрлөк итеп ҡырлы эстәкәнгә һалып бирергәлер, ә?

       - Һин мине кем тип иҫәпләйһең? Шул саҡлы, тигәс тә.

       - Биғәйбә, кисер, уйламайыраҡ ысҡындырҙым, үҙем йырыңды тыңлағым килә, телем икенсе нимә хаҡында бытылдай.

       - Әхмәт, мужыт...

       - Бар ҡунаҡтарым исеменән үтенәм, абзый! - Шулаймы, йәмәғәт?

     Риза икәнен белдергән табын геүләгәндәй итте, ара-тирә ҡул сабыу тауыштары ишетелде.

       - Бәлки, икенсе ваҡыт?

       - Юҡ инде, икенсене көтмәйек, әлеге мәл ҡәҙерле, йырлай алмаһаң, көйлә генә, шуныһы ла баштан ашҡан!

       - Белә белһәң, көйһөҙ йыр булмай ул һис ҡасан да, көйһөҙ йыр тоҙһоҙ ашҡа бәрәбәр. Көйлә, тиһең инде, нимәне?

       - Билдәле, мәшһүр “Буранбай”ҙы! Уны башҡорттар араһында һинән дә шә-берәк, һинән дә оҫтараҡ башҡарған бер кем дә юҡ!

       - Бына быныһын инде, лөғәткә һыймаҫлыҡ итеп шаштырҙың, Әхмәт! “Урал”, “Буранбай”, “Тәфтиләү”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”ҙы миңә ҡәҙәр ҙә йырлағандар, минән һуң да оҫта башҡарыусылар һис һүҙһеҙ, табылыр. Атап үткән йырҙар донъя кимәлендәге операларға, уникаль, ҡабатланмаҫ иҫәпләнгән арияларға биргеһеҙ, ноталарға һыймаҫ тәрән бөгөлдәре, тырышһалар ҙа күптәр алдыра алмаған бейеклектәре менән мәртәбәлерәк, бәҫлерәк булмаһалар әле! Милләт барҙа халыҡ йырҙары йәшәй бит ул, һис ҡасан юҡҡа сыҡмай!

 “Ҡупырый, ҡауҙыр бер әҙәмдер, күрәһең. Әле генә мәшһүр ҡурайсы Дил-мөхәмәтовты танышлыҡҡа сығарып фәстерә ине, хәҙер шул килештә була тороп та юғары музыка хаҡында фәлсәфә һата.” Екһенеп шулайыраҡ уйлап алдым да, бының менән башҡаса һүҙ сыбалтырға теләмәй һыртымды ҡуйҙым.

Ир урынынан торҙо, алдына ҡуйылған сәйгә ярыла төшкән шешенке ирендәрен тигеҙеп алды ла сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иңләп ҡарағандай ҡарашын алыҫҡа, билдәһеҙлеккә йүнәлтте, шунан изге ғәмәл башҡарырға йыйынғандай күкрәк тултырып тын алды ла онотолғандай ҡайҡайҙы. “Билдәле, танылған әртистәй ҡылана! - Артыҡ килештермәй генә белгән мөнәжәтен төңрәһен дә ҡуйһын, тауышым ултырған тигәс, уның ғырылдағы кемгә хәжәт?!  ”

Бына бер заман,тамаҡ төбөнән түгел, күңел түренән, йөрәк төпкөлөнән һаҡ ҡына сыҡҡан тауыш ҡолағымды наҙлы иркәләне: 

                                       Табаҡ та ғына табаҡ, ай аҡ ҡағыҙ,

                                       Буранбайҙың яҙған хаттары.

                                       Буранбайҙың яҙған хатын уҡып,

                                       Зар илайҙар ауыл ҡарттары...

Әле генә башымдан үткән түбәнлекле фекерҙән оялып киттем. Ғырылдаҡ, тигән булам тағы, был сихри моң сүп-сарһыҙ, таҙа, туҡ башаҡлы иген баҫыуының тулҡыныуына, үтә күренмәле, сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштырған,һалҡыны тештәргә үткән терегөмөштәй шишмәнең селтер ағышына тиң! Ыжғырҙа тумбыҡҡанда йылымыс екәт ел кинәт битемә бәрелгәндәй һиҫкәнеп киттем дә, илаһи тауыш сығанағын эҙләгәндәй ҡарашымды аҫтан юғарыға ҡарай йүнәлттем. Ошондай йән иреткес, илаһи,ҡабатланмаҫ, йондоҙло көмбәҙҙән яуған ауазды Латвияның баш ҡалаһы Ригала, яңғырашы Европала икенсе урынды биләгән орган залында ишетеп тетрәнгәйнем, шул сихри кисереш, бына бында, ауыл кимәлендә яңынан ҡабатланды. Дәһшәтле йыр яйлап күтәрелә барып ҡапыл ян-тирәгә сойорғоно ла, тыйып алғыһыҙ, бейек, көслө тулҡындай таш стеналарға ҡаҡлыҡҡас тотош өй эсен тултырҙы, шунан ары бында һыйып ҡала алмай тәҙрә быялаларын зыңлатып, ваҡ кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы емереп, беҙҙе ҡалдырып йондоҙло йыһанға осто. Күҙ алдыма шырлыҡлы ҡара урман, тау-ҡаялар араһынан һуҙылған батҡаҡлы ат юлы килеп баҫты. Унан оҙон арбаға һаҡҡан мылтыҡлы һаҡсыларҙы ауырлыҡ менән тартып ҡарт алаша килә. Тәртәгә тайлаҡ айыуҙай арҡанға тағылған, аяҡ-ҡулдары сынйырлы, саба яуған ямғырға күлдәге еүешләнгән, оҙон сәстәре маңлайына һибелеп йәбешкән әзмәүерҙәй ир атлай. Күптән киләләрҙер, бығау тимеренә өйкәлгән бәкәл быуынынан һарҡҡан ҡан мәтегә буялған ялан аяҡтарҙы алһыу төҫкә ма-нсыған. Буранбай бит был, халыҡ йырында йырланған Буранбай! Арыраҡ юл ур-таһындағы бер бөртөк сәскә юғарыға үрелгән. Нишләп кенә үҫтең бында, башҡа урын тапманыңмы, тапалаһың да баһа! Ай! Арба тәгәрмәсенең тимер туғыны нескә һабаҡты йығып, ҡойоға батырып, иҙеп уҙҙы. Сәскә лә һәләк булды, Буранбай тотҡон да билдәһеҙлеккә китеп юғалды...

Ә теге ир аяҡтарын тарбайтыңҡырап, осорға йыйынған сая бөркөттәй ҡулдарын йәйә биреп баҫҡан да илһамланып һуҙа ғына. Аһәңе һуң! Уға Урал ҡаяһындағы суйыр таш ныҡлығы һалынған, йүгерек йылғаның мәңге тынмаҫ сыңы һеңгән, дәһшәтле урман шауы өҫтәлгән, тәбиғәттәге бихисап һайрар ҡоштарҙың һайрауы ҡушылған.

 Буранбай ҙа Себер китеү менән,

 Баҫылыр микән, илдең дә ирҙәре?

Тамам. Илаһи башҡарыу, рух байрамы тамам. Ниндәй мөғжизә башҡарылды, атҡарылды күҙ алдында? Ҡәҙер кисәһендә күҙ асып йомған арала күк ҡабағының асылып-ябылыуы булдымы был, әллә йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә абаға сәскә атып ҡара урман төпкөлөн көмөш нурҙарға күмеп балҡытып ебәрҙеме, әллә Хоҙай Тәғәләнең ғүмерҙә лә тормошҡа ашмаҫтай тойолған хыялды көтмәгәндә, өмөтләнмәгәндә әшкәртеүе булдымы? Аңғарманым, мәгәр әҙәм балаһын тышҡы буй-һын түгел, эске матурлыҡ йәмләй һәм биҙәй, күҙ алдымда ир һоҡланғыс, ылыҡтырғыс мөһабәт бәһлеүәнгә әйләнде, әүерелде лә ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, ҡот тотош өй эсенә таралып, ундағы һәммәһенең булмышын яҡтыртты, илаһи йәмгә сорнаны, сибәр, мөләйем итте. Йырсы бәүелгәндәй тора бирҙе лә кинәт хасил булған изге тынлыҡты боҙоп тертләтергә теләмәгәндәй һаҡ ҡына урынына сүкте. Кемеһе ҡулдарын ҡаушырып, кемеһе тубыҡтарына терһәкләнеп, кемеһе йөҙөн уйсанландырып өҫтәл тирәләй ултырған ҡунаҡтар башҡарыусыны ҙурламанылар ҙа, урынһыҙ шау-шыу ҙа ҡуптарманылар, әле генә ишетелгән арбатҡыс йыр тәъҫиренә бирелеп шаңҡып, онотолоп ҡалдылар бары. Хужа инде, эсмәйенсә лә иҫергән, аңҡы-тиңкегә ҡалған хужа, күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып башын түбән эйҙе:

       - Һин йырың менән бөйөкһөң, абзый, йырың менән ҙурһың, күркәмһең! Бына ошо башҡарыу өсөн генә лә йортоңа оло табын йыйырға, йырҙың нәғеҙен аңлаған ҡунаҡтарҙы саҡырырға мөмкин!

Кем булды әле был ир, ҡайҙан килгән, әлеге көндә ниндәй эш бөтөрә?  Яйын тап килтереп уның яғына аушайып шыбырҙаным:

       - Ағай, һеҙ ниндәйҙер яңылышлыҡ арҡаһында ғына бында йөрөп ятаһығыҙ, урынығыҙ филармонияла!

       - Бәй, унда эшләп ҡараным да! - Булды яуап.

       - Ҡаранығыҙ? - Аптырап киттем дә, ғәжәпләнеп текәлеп төпсөндөм. - Ә нишләп унан китергә иттегеҙ?

       - Һыйҙырманылар.

       - Ни сәбәптән?

       - Әртислеккә юғары уҡыу йорттарында йырға уҡыған кешеләрҙе һайлап алалар, ғәҙәттә, ә беҙҙең һымаҡ халыҡ араһынан сыҡҡандар - һайландыҡтан ҡалғаны. Ябай ғына хаҡиҡәтте аңлап етмәй күптәр, ғиллә шунда, ҡарғаны консерваторияла уҡытыуҙан ни фәтеүә, ул һандуғас булып һайрап китмәй бит инде күпме өйрәтһәң дә, һабан турғайы ла була алмай!

       Бөрйән районына ҙур делегация менән барҙыҡ. Рәсми саралар тамаланғандан һуң икенсе көн бөрйәндәр тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш урындағы йолаға ярашлы иң башта Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәттеләр, шунан оло табын йәйелгән аҡланға алып килделәр. Үҙешмәкәрҙәрҙең концертын ҡарағанда ҡураныс, еңел кәүҙәле бер ирҙең ғәжәйеп, хайран оҫта бейеүен күреп телдән ҡалдым. Ул уртаға һалынған тар ғына таҡтанан төшмәйенсә, баҫма буйлап йөрөгәндәй итеп ойота, һеңдерә баҫа ғына! Хәрәкәттәре камил, аяҡтары түгел бар булмышы бейей, юғарыға талпына! Бейеү сәнғәтен мин шулайыраҡ аңлайым: сәсән теле менән арбай, йырсы моңо менән әсир итә, рәссам ете төҫ буяу ярҙамында бөйөк картиналар яҙа, ижад итә, ә бейеүсе инде кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәре аша поэзияны, көйҙө, буяуҙар, төҫтәр доньяһын ҡарап ултырыусы тамашасыға еткерә. Аяҡ-ҡулдарҙың килешле тыпырҙауы бейеү түгел әле - бейеү ул күңел торошо, йән юғарылығы, рух тантанаһы! 

Эргәмдәге ир миңә аңлатма бирергә кереште:

       - Районыбыҙҙың ҡото Йәнбирҙе ағай ул. Мин үҙем мәҙәниәт бүлегендә эшләйем. Уҙған йыл Мәскәүҙән лекциялар уҡыу, дәрестәр үткәреү маҡсатында бейеү белгесе профессор ҡатын килгәйне беҙгә, ул Йәнбирҙе ағайҙың бейеүен ҡарағас һорай ҡуйҙы:

       - Ҡайҙа уҡыған был бейеүсе? Мәлендә беҙҙә белем алһа таныр инем, Санкт-Петербург мәктәбе, улайһа.

       - Уның Бөрйәндән сығып йөрөгәне юҡ, бер ҡайҙа уҡымаған да, - тибеҙ.

       - Бының булыуы мөмкин түгел, был бит һөнәрсе, иҫ китмәле талант эйәһе!

     Сығыш тамамланғас бер ҡунаҡ сыҙамайынса һөрәнләп үк ебәрҙе:

       - Китсе, был таҡта һеҙгә нимә генә, ҙур сәхнә лә тар әле!

     Бейеүсе тыйнаҡ йылмайҙы:

       - Унда бит бейеү сәнғәтен хореография дәрестәрендә өйрәнгәндәр бейей, ә мин ауыл кешеһе!

Башҡалала мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн ойошторолған ҙур концертты ҡарарға тура килде. Тураһын әйтәм, оҡшаманы, өмөтөм аҡланманы, йәнем иңрәмәне, йыр-моң, нескәлек  көҫәгән күңелем ас ҡалды, сөнки унда махсус  уҡыу йорттарында сольфеджионы өйрәнгән, хореография дәрестәрен алғандар, көндәлек ауыр эш башҡарғандай бейей һәм йырлай ине. 

 

 

 

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: