Телевизорҙа, гәзит-журналдарҙа, интернет селтәрендә COVID-19-ға ҡаршы вакцина тураһында бер туҡтауһыҙ әйләнгән яңылыҡтарҙан арып та киттек шикелле. Ниндәй генә мәғлүмәт юҡ унда, берәү вакцинаны –вирустан ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы тиһә, икенсеһе ул - мотлаҡ кешене юҡ итәсәк тигән фекерҙә. Уйлап ҡараһаң, һәр быуат үҙенә күрә төрлө ауырыуҙар үткәргән, халыҡ ҡырылған. Уларҙан тик привика ярҙамында ғына ҡотолғандар. Пандемия башланыу менән шау-шыу ҡубып, әлегә бер аҙ тыныслана төшһәк тә статистика ҡыҙғаныс мәғлүмәттәр биреүен дауам итә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә республикала COVID-19 менән ауырыусылар һаны 48769-ға еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия башланғандан бирле 788 кеше был ауырыуҙан вафат булған. 44919 кеше тулыһынса һауыҡҡан.
Рәсәй президенты В.В.Путин билдәләүенсә, һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙен яуаплы тойорға тейеш. Имеш-мимештәрҙе, әлбиттә, ирекһеҙҙән тыңларға тура килә. Әммә ауырыуҙар тураһында көн һайын бирелгән мәғлүмәт һәр беребеҙҙе уйландырырға тейештер.
#ВВПУТИН