Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Август 2021, 08:53

Төркиә генә янмаһын...

ПрезидентВ.В.Путин Төркиәлә ҡоторған янғынды һүндреүҙә Рәсәйҙән ярҙам күрһәтеләсәге тураһында хәбәр итте. Беҙҙең яҡтарҙа урмандар янғанда күктә был самолеттарҙы күреүселәр булдымы икән? Тулыраҡ сайтта:

Төркиә генә янмаһын...
Төркиә генә янмаһын...

ПрезидентВ.В.Путин Төркиәлә ҡоторған янғынды һүндреүҙә Рәсәйҙән ярҙам күрһәтеләсәге тураһында хәбәр итте. Был турала ил башлыҡтары телефондан һөйләшеү барышында килеште. Төркиә президенты Р.Т. Эрдоган Рәсәйгә рәхмәт әйтте һәм иҡтисад, кәсепселек, энергетика, туризм йүнәлештәрендә киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итәсәктәрен белдерҙе.
Антальяла урман янғындары 28 июлдә башланған. Ут халыҡ йәшәгән төбәктәрҙе, ауыл хужалыҡтарын да ялмап алған.  Артабан Мармариса и Бодрума ҡалалары янған.  Һөҙөмтәлә 138 кеше зыян күргән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле Төркиә күгендә янғын һүндереүҙә амфибия Бе-200 – Рәсәй самолеттары ҡатнаша.

Бына шулай. Беҙҙең яҡтарҙа урмандар янғанда күктә был самолеттарҙы күреүселәр булдымы икән? Ауыл халҡы, ирекмәндәр, янғын һүндереү хеҙмәте хәлһеҙ ҡолағансы ут менән көрәшкәндә илдең ҡеүәтле көстәре ҡайҙа булды икән? Нимәгә ул, беҙ бит үҙебеҙ шәп! Төркиә генә яна күрмәһен...

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас: