Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
2 Август 2021, 19:13

Иҫәп алыу башлана

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн персонал тупланып бөткән. Райондарҙа улар бер-бер артлы ике иҫәп алыуҙа ла ҡатнашасаҡ.

Иҫәп алыу башлана
Иҫәп алыу башлана

Бөгөн республика Хөкүмәтендә Радий Хәбиров етәкселегендә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары буйынса  оператив кәңәшмә уҙғарылды. Унда Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Ғәниев сығыш яһаны. Ул быйыл илдә үтәсәк мөһим саралар – Ауыл хужалығы буйынса микро иҫәп алыу һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары – тураһында һөйләне.

Әкрәм Ғәниев билдәләүенсә, 2021 йылда кесе һәм урта бизнес буйынса иҡтисади иҫәп алыу ойошторолдо. Һөҙөмтәлә Рәсәй буйынса Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡты үҫтереү  буйынса беренсе ун төбәк исемлегенә индерелде.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн персонал тупланып бөткән. Райондарҙа улар бер-бер артлы ике иҫәп алыуҙа ла ҡатнашасаҡ. Үткән аҙнала инструкторҙар (236 кеше) эшкә тотонған, 29 – 31 июлдә иҫәп алыусылар уҡытылған һәм 1 августан иҫәп алыу эше йөкмәтелде.  Ә Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыуға персонал туплау сентябрь башында тамамланырға тейеш. Шуны билдәләп үтергә кәрәк быйыл халыҡ иҫәбен алыу ғаризаларын Дәүләт порталы аша тултырырға мөмкн.

- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға күптән әҙерләнәбеҙ. Был республикабыҙ киләсәге өсөн бик мөһим сара, -тине республика башлығы Радий Хәбиров. Ул сараны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас: