Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
29 Июль 2021, 09:10

Мәктәпкә әҙерләп өлгөрөр өсөн

Рәсәй президенты В.В.Путин указы менән мәктәп уҡыусылары өсөн ярҙам - 10 мең һум 2 августан түләнә башлай.

Мәктәпкә әҙерләп өлгөрөр өсөн
Мәктәпкә әҙерләп өлгөрөр өсөн

Рәсәй президенты В.В.Путин указы менән мәктәп уҡыусылары өсөн ярҙам - 10 мең һум 2 августан түләнә башлай. Бының өсөн ил хөкүмәтенән 17 миллиард аҡса бүленгән. Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, ил башлығы был указды ата-әсәләр уҡыу башланыуға тиклем балаларын мәктәпкә әҙерләп өлгөрһөн өсөн ҡабул итте. Түләүгә ғариза биреп өлгөрмәгәндәр уны октябрь аҙағына тиклем тултыра ала. Был юлы Дәүләт хеҙмәтенән ғаризалар автоматик рәүештә китмәй, уны ата-әсәләр йә опекундар үҙҙәре тултырып ебәрергә тейеш. Пенсия фондына мөрәжәғәт итеүселәргә үҙҙәре менән паспорт, баланың тыуыу таныҡлығы, снилс һәм аҡса күсерер өсөн банк картаһы һандары кәрәк буласаҡ.

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас: