АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби мѳхит
27 Июль 2021, 08:42

Ял итәм тип, шундай хәлгә тарыу....

Республиканың Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, лагерҙа хәл бик ауыр. Тикшереү барышында лагерҙың режимын, ата-әсәләрҙең индереү ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған.

Ял итәм тип, шундай хәлгә тарыу....
Ял итәм тип, шундай хәлгә тарыу....

Стәрлетәмаҡ районында урынлашҡан “Ҡарлуғас” балалар лагерында 46 кешенең коронавирус менән ауырыуы билдәле булды. Уларҙың 45-е балалар.

Республиканың Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, лагерҙа хәл бик ауыр. Тикшереү барышында лагерҙың режимын, ата-әсәләрҙең индереү ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған. Ата-әсәләр балалар менән битлекһеҙ аралашҡан, һаҡланыу саралары күрелмәгән.

Хәҙер коронавирус йоҡторған балалар табиптар күҙәтеүе аҫтында, өйҙәренә таралышҡан. Лагерҙа дезинфекция үткәрелгән. Учреждение етәкселәренә һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата административ материал судҡа ебәрелгән. Ошо көндәрҙә енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителәсәк.

Ил Башлығы В.В.Путин үҙенең һәр сығышын коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙы онотмауҙы иҫкәртеү, прививка эшләтеүҙең мөһимлеген аңлатыуҙан  башлай. Ә ысынында күптәр вирусҡа еңелсә ҡарай. Балаларын күрергә килгән ата-әсәләр үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла ҡайғыртһын ине. Битлек кейеп аралашыуҙа бер ниндәй ҙә ауырлыҡ юҡ бит! Ә бына вирус йоҡторған балалрҙың да организмы төрлөсә. Уларҙың һауығыуына ышанайыҡ!

#ВВПУТИН

Автор:Альфира Узянбаева