-3 °С
Ҡар
Колледж һәм техникумдарҙағы төркөм кураторҙарына 1 сентябрҙән өҫтәмә эш хаҡы билдәләнә. Был турала хөкүмәт ултырышында Михаил Мишустин хәбәр итте.
«Төркөм кураторҙары студенттарҙы бергә туплап ҡына ҡалмай бик ҙур тәрбиәүи эштәр ҙә башҡара. Эшсе кадрҙар әҙерләгән уҡытыусыларға, мастерҙарға дәүләттән ярҙам булдырырға кәрәк. Шуға күрә кураторҙарға эш хаҡынан тыш өҫтәмә 5 мең һум түләнәсәк. Бының өсөн бюджеттан 2 миллиард 800 мең һум аҡса бүленәсәк. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым, был 2021 йылдың 1 сентябренән түләнә башлай», - тине Мишустин.
Кураторҙарға өҫтәмә түләү булдырыу ил башлығы В.В.Путиндың да май указында билдәләнгән.
#ВВПУТИН