-5 °С
Болотло
Рәсәй Президенты В.В.Путин Хэнань принвинцияһын һыу баҫыу сәбәпле Ҡытай лидеры Си Цзиньпинға телеграмма ебәреп ҡайғы уртаҡлашты. Хэнанда ҡойма ямғырҙар 17 июлдә башланған. Яуым-төшөмдөң күләме шул тиклем күп булыуы арҡаһында йылғалар ташҡан һәм Гоцзяцзю һыуһаҡлағысының ярҙары емерелгән. Провинцияны тулыһынса һыу баҫҡан, электр сымдары, һыу торбалары өҙөлгән. Һөҙөмтәлә 25 кеше һәләк булған, тағы ла 7 кешенең хәбәрһеҙ юғалыуы билдәле. 160 меңгә яҡын кеше эвакуацияланған.