Замандаш
21 Октября , 05:00

Һалдат мәктәбен лайыҡлы үткән

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында йәшәүсе Вәсилә Зөфәр ҡыҙы һәм Урал Рәмил улы Ҡужиндарҙың әрме сафындағы улдары Тимур менән сикһеҙ ғорурлана. Тимур Ҡужин 2025 йылдың октябренән Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында һалдат мәктәбен үтә. Уның намыҫлы хеҙмәте Танкистар көнөн байрам итеү уңайынан 75485-се хәрби частың командиры, подполковник М. Головиндың Рәхмәт хаты менән баһаланған. Хатта: «Хәрби бурысығыҙҙы өлгөлө үтәгәнегеҙ, юғары әҙерлек күрһәткестәрегеҙ, яҡшы тәртибегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ һәм яуаплылығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Әрмелә алған белемегеҙҙе, үҙләштергән күнекмәләрҙе һәр ваҡыт Тыуған илебеҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға әҙер булырығыҙға ышанам»,--тиелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һалдат мәктәбен лайыҡлы үткәнҺалдат мәктәбен лайыҡлы үткән
Һалдат мәктәбен лайыҡлы үткән

 

 

Тимур Урал улы 2005 йылдың 22 апрелендә Өфөлә тыуған. Ҡужиндар Тимур бәләкәй саҡта Сибайға күсеп ҡайта. Тимур «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына йөрөй. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында урта белем ала. 2014 йылдан ул Сибай ҡалаһының «Бөркөт» спорт комплексында грек-рим көрәше менән етди шөғөлләнә башлай. Уның ныҡышмалылығы уңыштарға илтә: Тимур үҫмерҙәр араһында республикала ике тапҡыр чемпион булып таныла. Өфөнөң иң яҡшы спорт үҙәктәрендә--5-се һанлы спорт мәктәбе һәм Олимпия резервы спорт мәктәбендә шөғөлләнеү бәхетенә эйә була. 2023 йылдың декабрендә ул спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәй. Ул грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан республикаһының йыйылма командаһы ағзаһы.

Спорт менән бер рәттән, Тимур баш ҡалала һөнәр ҙә үҙләштерә. 2025 йылда Өфө тармаҡ-ара технологиялар колледжын тамамлап, ҡулына технологи дипломын ала. Спорт менән мауығыуҙан тыш, Тимур йырлай, йырҙар ижад итә, гитарала һәм милли ҡоралыбыҙ--ҡурайҙа оҫта уйнай.

Тимурҙың ғаиләһе лә өлгөлө. Әсәһе Вәсилә Зөфәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында ашхана мөдире булып эшләй. Бөгөн ул ҡала халҡының һаулығы хаҡына хеҙмәт итеүен дауам итә. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында медицина страховкалауы буйынса баш белгес вазифаһын биләй. Атаһы--Урал Рәмил улы--оҫта ҡуллы ир-егет. Ул «Газпром трансгаз Өфө» компанияһының Сибай филиалында маляр-төҙөүсе булып эшләй.

Ике йыл элек Ҡужиндар ғаиләһе уртаҡ хыялын тормошҡа ашыра— ғаилә башлығы тыуған Беренсе Төркмән ауылында ике ҡатлы йорт төҙөп сыға. Ауылда улар ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә үҫтереп, етеш донъя көтә. Сибай ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр.

Тимурҙың өлкән апайы Нәркәс тә 2015 йылда Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡор лицейын алтын миҙалға тамамлаған. Артабан Мәскәүҙә Д. И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия-технология университетында химик-технолог һөнәре буйынса абруйлы белем алған. Нәркәс Урал ҡыҙы Рәхимова кейәүҙә, ире менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм инженер-технолог булып эшләй.

Октябрь аҙағында Тимур Ҡужиндың әрме хеҙмәте тамамланасаҡ. Һалдат мәктәбен лайыҡлы үткән егетте ҡәҙерлеләре түҙемһеҙлек менән көтә.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас