Ҡышҡы урман. Ҡояш нурҙарына ярышып емелдәгән ҡар бөртөктәре күҙҙе ҡамаштыра. Күптән түгел яуған ҡар бөтә ерҙе аҡҡа сорнаған: ҡайындарға аҡ күлдәк, түмһәктәргә бейек кәпәс кейҙергән.
Һунарсы саңғылары менән юл ярып, иң алдан атай бара. Уның артынан бер-беребеҙҙән ҡалышмайынса, тырышып, танауҙарҙы мыш - мыш тартып, кем уҙарҙан беҙ елдерәбеҙ. "Бына быныһы - көлтә ҡойроҡ төлкө, ә тегеһе - шеш ҡолаҡ ҡуяндыҡы. Моғайын, төлкө ҡуянды ҡыуғандыр". " Ни өсөн төлкө ҡуянды баҫтырған? Ҡыуып еткәнме? Әллә ҡуян ҡасып киткәнме?" һәм башҡа беҙҙең һорауҙарға атай ашыҡмай ғына яуабын теҙә. Урман һиллеген тумыртҡа боҙа. "Атай, ни өсөн ул ағасты суҡый? Унда нимә бар? Тумыртҡа ни өсөн йылы яҡҡа осоп китмәгән?" Һорауҙар күп, әммә береһе лә яуапһыҙ ҡалмай. Шулай уҡ атай ҡарҙа ярылып ятҡан һеләүһен, бүре, илек эҙҙәрен айырырға өйрәтә.
Беҙҙең алда ҙур һынау - кем бейек ярҙан саңғыла ҡоламай эйелеп төшә - шул маладис була. Иң беренсе атай төшөп китте. Беҙ өс ҡыҙ тау башында ҡарап торабыҙ. Әлбиттә ҡоламаны! Икенсе булып Зөлфиә апайым тәүәкәлләне. Ул да ҡоламаны, маладис булды! Беҙгә лә һынатмаҫҡа кәрәк. "Иң бәләкәйе булып, иң артта ҡалмайым инде", тип өсөнсө булып тау аҫтына мин елдерҙем. Эйелеп төшкән ерҙә "Урра, ҡоламаным!" тип ҡысҡырып ебәрҙем... һәм ҡолап киттем. Бергәләп көлөп алдыҡ. Хәҙер инде - Рима апайҙың сираты. Маладис булырмы, юҡмы? Ярты юлға еткәс, "лап" итеп ултыра төштө. "Бирешмәй ул! " тип йыуата уны атай.
Үҙәккә төшөп еткәс, атай билендәге ҡурайын алды. "Ата - бабаларыбыҙ ҡурайҙы музыка ҡоралы итеп кенә түгел, башҡа өлкәлә лә ҡулланған. Мәҫәлән, ҡыш бал ҡорттарын тыңлаған, солоҡтан бал алған, йәки шишмән һыу һурған, тип һуңғыһын беҙҙең күҙ алдына эшләп күрһәтте. Беҙ сиратлап ҡурай ярҙамында һыу һурып ҡарайбыҙ. "Һалҡын һыуҙы йотмағыҙ, ауыҙ ғына сайҡатығыҙ", тип хәстәрләй беҙҙе атай. Ә беҙгә, бәләкәй ҡыҙсыҡтарға, барыһы ла мәрәкә - сырҡ-сырҡ көлөшәбеҙ.
Ҡаршы яр текә түгел. Атай уны шыршы яһап менергә өйрәтә. Тырышып - тырышып менеп етеүгә, ергәләге генә ҡыуаҡ аҫтынан ҡуян сығып һыҙҙы. " Һайт! Һайт! " Кем уҙарҙан һөрәнләйбеҙ. Эх, ошо ҡышты! Һауаның сафлығы, тәбиғәттең ап-аҡ ҡарға төрөнгән сағы. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй аҡлыҡ - паҡлыҡ бөркә!
Тәмле еҫтәр соланға уҡ таралған. Мин өйгә атылып килеп инәм. "Әсәй! Беҙ аҡ ҡына ҡуян күрҙек, ул төлкө менән бүренән ҡасып бара ине. Беҙгә атай һеләүһендең дә эҙҙәрен күрһәтте. Ә теге тауҙан эйгәндә мин саҡ ҡына маладис булдым", тип теҙеп алып киттем. "Арыманыңмы, балам? " "Юҡ, мин бит атайҙың артынан ғына йөрөнөм. Йүгереп килеп уның саңғыһына менһәм, ул мине һиҙмәй арыуыҡ алып китә. Шуға минең хәлем сәпсим бөтмәне. Түлке һин апайҙарға әйтеп ҡуйма, мине башҡа атай артынан ҡуймаҫтар, алдарына төшөрмәҫтәр", тип яҡын серҙәшем әсәйгә хәйләмде һөйләп бөтөүгә, өйгә шаулашып апайҙар менән атай ҙа килеп инә. Улар ҙа ҡышҡы урман сәйәхәтенән ҡалған тәьҫораттары менән уртаҡлашырға ашыға. "Әйҙәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ ҙа, килегеҙ өҫтәл янына! " Әсәйҙең ашы ла, ҡоймағы ла бешкән. Керен дә, иҙәнен дә йыуған. Ҡасан өлгөрҙө икән? Өй эсе шат тауыштарға күмелә.
Ул саҡта мине ошолай күңелле саҡтар гелән оҙатып барыр төҫлө ине. Тәбиғәт ҡанундарына ярашлы әҙәм балаһы ҡасандыр ата - әсәһе менән хушлашырға тейеш. Бер кем дә ул тәҡдирҙән ҡасып китә алмай. Ҙурая төшкәс мин дә шуны аңланым, әммә ул ҡараңғы көн тиҙ арала килеп етер тип ете ятып бер тапҡыр ҙа төшөмә кермәгәйне.
Беҙҙең атайыбыҙ Мырҙагилдин Рәшит Дәүләткилде улы 1949 йылдың 11 майында Йылайыр районы Байғужа ауылында ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә. Байғужа башланғыс, Үрге - Ғәле тулы булмаған, Аҡъяр урта мәктәбендә уҡый ул. Баймаҡ ауыл техникумын тамамлағас, ситтән тороп БДУ-ның биология факультетында уҡып юғары белемгә эйә була. 1971 йылда әсәйебеҙ Нарбутина Шәмсикамал Шәрифйән ҡыҙын осратып сәстәрен –сәскә бәйләйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс ҡыҙҙары донъяға килә. Йәш ғаилә бөтә көсөн, бар дәрт - дарманын мәктәп эшенә йүнәлтә. Мауыҡтырғыс дәрестәр, ҡыҙыҡлы класс сәғәттәре, төрлө ерҙәргә һәм ҡалаларға сәйәхәттәр, төнгә тиклем һуҙылған педсоветтар... Атайҙың элекке уҡыусыһы, хәҙер инде үҙе уҡытыусы һөйләгәне хәтерҙә: "Рәшит ағай менән мәктәп баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Уҡыусыларҙың хеҙмәтен еңеләйтеү маҡсатында, әллә ниндәй ҡоролмалар уйлап сығарып, беҙҙе бер төркөм егеттәрҙе ҡыҙыҡһындырып, эшкә оло һөйөү тәрбиәләне. Беҙ ултыртҡан һанһыҙ ҡарағат, алмағас һәм башҡалар бик оҙаҡ йылдар емеш - еләк биреп кешеләрҙе ҡыуандырҙы".
Атайыбыҙ шулай уҡ агроном, управляющий, умартасы булып эшләне. Тирә яҡтан күрше өлкәләрҙән килгән тәжрибәле умартасылар менән аралашып, солоҡсолоҡ тураһында ҡыҙыҡһынды һәм мәғлүмәт йыя башланы. Байғужа мәктәбендә өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләгәндә балаларға умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ серҙәрен өйрәтте, мәктәптең пасекаһын һәм музейын ойошторҙо. Уҡыусылар "Йәш умартасы" түңәрәгенә ихлас йөрөп кенә ҡалманы, төрлө район, төбәк, республика олимпиада - конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яуланы. Шулай уҡ Йылайыр, Юлдыбай, Матрай, Сибай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары алдында сығыш яһаны. "Шоңҡар" журналы, "Ауыл уттары", "Йәшлек", "Атайсал" гәзиттәрендә уларҙың мәҡәләләре баҫылып сыҡты.
Рәшит Мырҙагилдин район һәм республика сараларында йыш ҡатнашып, үҙенең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Йылайыр һәм Хәйбулла район һабантуйҙарында, Сибай, Мәләүез ҡалаһында, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Салауат Юлаев көндәрендә умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ музейы экспонаттары менән уңышлы күргәҙмәләр үткәрҙе. 2004 йылда Рәшит Дәүләткилде улының эҙәрләнеүҙәре һөҙөмтәһендә "Арҡайым" клубында телетапшырыу ойошторолдо. Унда боронғо солоҡсоларҙың донъяға ҡарашы, ата - бабаларҙың уҡытыу - тәрбиәләү бәйләнеше тураһында һүҙ барҙы. 2007 йылда ул өс телетапшырыуҙа ҡатнашты. "Башҡортостан", " Ауыл уттары " гәзиттәре, "Ватандаш" журналында төрлө мәҡәләләре баҫылып сыҡты. Шулай уҡ атайыбыҙ Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Беренсе республика олимпиадаһы лауреатын әҙерләнгәне өсөн, Сибай филиалы фәндәр академияһы, умартасыларҙың дүртенсе республика конкурсы, Йылайыр районы советы почёт грамоталары, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, "Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа - 75 йыл" көндәре байрамдарынан рәхмәт хаттары, башҡорт балын һатыу күргәҙмәһендә икенсе дәрәжә, "Умартасы" профессияһы республика олимпиадаһында "Тиҙлек һәм оҫталыҡ" дипломдары, шулай уҡ әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм уҡыусыны әҙерләнгәне өсөн почёт грамоталары менән бүләкләнде. Был наградалар уға үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бирелде.
2000 йылдың йәмле май айы. "Йөрәгемде балаларға бирәм" тигән өҫтәлмә белем биреү педагогтарының республика конкурсы өс көн буйы бара: презентация, асыҡ дәрестәр, педагогик концепция яҡлауҙар, ҡыҙыу дискуссиялар... Бер машина итеп тейәп алып барған солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ буйынса күргәҙмәне теҙеп һалғас, бик күп һорауҙар барлыҡҡа килде. Береһе: "Һеҙ Бөрйәндәнме?" тип һораны. "Беҙ Йылайыр районынан", тигәс, "Ундай район ҡайҙа ул?" тиештеләр. "Урал арьяғында" тип яуапланы атай. Ә конкурста икенсе урынды яулағас, бала шикелле ҡыуанғанын күрһәгеҙ! "Әл дә беренсе урынға сыҡманыҡ, әтеү Питерға барырға тура килер ине, ҡыҙым", тигәненә аҙыҡтан рәхәтләнеп көлдөк. Шулай ябай ғына ваҡиға, йә бәләкәй генә һөйөнөс булһынмы, атай барыһына ла ҡыуанып йәшәне һәм беҙгә лә шуны өйрәтте. Әсәйебеҙ менән бергә 36 йыл татыу ғүмер иттеләр. Өс ҡыҙын тәрбиәләү һәм уҡытыу өсөн күп көс һалырға тура килде. Иҫемдә: яҙлы - көҙлө бысраҡ, йә ҡышҡы буран булһынмы, москвич йәки беларусь тәгәрмәстәренә сынйыр кейҙереп алып, бер килке студенттарҙы тейәп оло юлға автобусҡа алып сығыр ине. Байғужа юлының ҡай саҡ "ҡышҡы йоҡоға" талғаны бер кемгә лә сер түгел. Күпме юл буйында батып ултырыуҙар, техника алдынан һәм артынан ҡар көрәүҙәр, уны этеүҙәр, ҡышҡы буранда баҫыу юлында аҙашып йөрөүҙәр... Күпме көс, күпме һаулыҡ, күпме түҙемлелек - барыһы ла балалар өсөн, кәм - хур булмаһын, кеше булһын өсөн. Шөкөр, һынатманыҡ, икебеҙ уҡытыусы, беребеҙ тәрбиәсе һөнәренә эйә булып, һеүәтемсә генә донъя көтәбеҙ.
Инәй - олатайҙар әйтмешләй, заманалар боларған, аҡсалар үҙгәргән ваҡытта һис танау төшөрөп ултырманы. Башы тулы яңы идеялар булды, ҡаршылыҡтарҙан бер ҡасан да ҡурҡмай, алға барырға, һис ҡасан да бирешмәҫкә тырышты. Шул тиклем кеше йәнле, ярҙамсыл булды, барыһына ла ярҙам итәм, өлгөрәм тип тырышты. Шуныһы ҡыуаныслы: уның уҡытҡан ун бишләп уҡыусыһы хәҙер инде үҙҙәре бал ҡорто тота, үрсетә, балын һата, көн күрә. Тимәк, атайыбыҙҙың һүҙҙәре һауала эленеп ҡалмаған, уның эше дауам итә һәм ул мәңгелек.
Эш, конкурстар, донъя мәшәҡәттәрендә генә туҡталып ҡалманы ул. 2007 йылда башҡорт халҡының милли музыкаль инструменты ҡурай тураһында китабы баҫылып сыҡты. "Долгий путь в мир музыкальный" тип аталған китабында ҡурайҙың солоҡсолоҡ менән тығыҙ бәйләнешен һүрәтләне. "Тайны древнего бортничнства" тигән китабы үҙенән һуң ғына донъя күреүе йәл булды.
Илем, телем, халҡым тиеп янып йөрөгән, бер кемгә лә зыяны теймәгән, эшләйем, йәшәйем, ярҙам итәм тигән кешеләрҙе Хоҙай ниңә иртәрәк ала икән? Яҙмыштыр, тиеп үҙемде йыуатам. Әммә йөрәк бының менән һис ризалашмай. Атайыбыҙҙы ерләгән көнө-сәғәтендә БСТ аша үҙенең сығышын күрһәтеп тороуҙы нисек итеп яҙмыш тип атайһың? Һай яҙмыш түгел, яңылыштыр... Ә күпме әйтелмәгән рәхмәт һүҙҙәре. Тыныс йоҡла, атай! Мең рәхмәт һиңә! Ҡулдарымды йылы устарыңда ҡыҫырға ине лә бит. Үлгәндәрҙең - ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен беләйек, бер үк һуңға ҡалмайыҡ!
Лена Нәҙерғолова.