Замандаш
16 Октября , 05:40

Темәстең күркәм ғаиләһе

Темәстән Фирҙәүес Ишматова күркәм юбилейын ҡаршы алған

Добавить в предпочтительные источники Google
Темәстең күркәм ғаиләһеТемәстең күркәм ғаиләһе
Темәстең күркәм ғаиләһе

Темәс ауылының данын күтәргән уңған, татыу, күркәм ғаиләләр бихисап. Уларҙың эшһөйәрлеге, әүҙемлеге ауылдаштарына өлгө булһа, тырышып донья көтөүҙәре, тормоштан йәм, тәм табып, бергә пар ҡанат ҡағып, татыу йәшәү белеүҙәре оло хөрмәт һәм һоҡланыу уята.
Ошондай күркәм, матур ғаиләләрҙең береһе–Марат ағай менән Фирҙәүес апай Ишматовтар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, китапхана, клуб, тарихи-мәҙәни үҙәк тарафынан үткәрелгән сараларҙа ихлас ҡатнашалар, үҫеп килгән йәш быуынды йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли байрамдарыбыҙ, фольклорыбыҙ менән таныштырыуҙа һәр саҡ ихлас ярҙам итәләр.
Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы ысын мәғәнәһендә өлгөлө башҡорт өләсәһе, күп һанлы этник әйберҙәрҙе һаҡлаусы, ауыҙ-тел ижадын тәрән белгән аралашыусан шәхес. Темәс ауылылынң «Ғилмияза»фольклор ансамбле ағзаһы, ағинәй булып тора.
Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы 1956 йылдың 10 октябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Баймаҡта урта мәктәпте тамамлағас, Өфө кооператив техникумына уҡырға инә.
1976 йылда диплом алғас ,Баймаҡ районының Муллаҡай сауҙа предприятиеһында бухгалтер булып эшләй башлай .Ә 1982 йылда уны Темәс сауҙа ойошмаһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Ғүмерҙәренең йәшлек тигән иң сағыу бер мәлендә, Бетерә ауылы егете Марат ағай менән танышып, ҡулға ҡул тотоношоп оло тормош һуҡмағына сыҡҡан парҙар-
1983 йылдың 11 февралендә законлы никахҡа инеп, гөрләтеп туй яһап, ғайлә ҡороп йәшәй башлайҙар.
Фирҙәүес апай эшләгән ваҡыттарында бик күп наградалар менән бүләкләнә, «Ҡулланыусылар кооперативында намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән, Рәсәйҙең ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн орден менән бүләкләнгән , хеҙмәт ветераны, «Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исеменә эйә, «Ҡулланыусылар кооперацияһында уңышлы эшләүҙең 40 йыллығы» билдәһе менән бүләкләнгән . Был ойошмала ул 2016 йылға тиклем директор булып эшләй.
Тормош иптәше Марат Ишматов менән бергә ғаилә ҡороуҙарына быйыл 43 йыл тула. Улар шатлыҡ-ҡыуанысты ла, иңгә төшкән ауырлыҡты ла бергә күтәреп, бер-береһенә тоғро йәр, ышаныслы терәк-таяныс булып, бер-береһен хәстәрләп татыу ғүмер кисергән.
Марат ағай 1974 йыл техникумды уңышлы тамамлағас, уны СССР ҡораллы көстәре сафына саҡыралар . Хеҙмәттән һуң
шунда уҡ Темәс урман хужалығына эшкә урынлаша .Уны төҙөлөш бригадаһына мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан прораб итеп күтәрелә, ә 2000 йылдан 2016 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем начальник булып эшләй. Төрлө наградаларға эйә булған хеҙмәт ветеранының 40 йылдан ашыу эш стажы бар.
Ишматовтар бынамын тигән ғаилә ике ҡыҙ үҫтереп, уларҙы башлы күҙле итеп, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәргә өләсәй, олатай булып ғүмер кисерә.
Ҡыҙҙары Әлиә һәм Руфина ғаиләләре менән Ханты-Манси автономиялы округының Түбәнге Сортым ҡасабаһында йәшәй. Өлкән ҡыҙы Әлиә иптәше Илшат менән өс ул , бер ҡыҙ тәрбиәләй. Руфина ире менән ике ҡыҙ үҫтерә. Ишматовтар ғаиләһендә  ғаилә башлығы татар милләтенән, ә ҡатыны—башҡорт . Бында ике туғандаш халыҡтың тырышлығын, ҡыҙыҡһыныуын, йолаларын үтәүен күрергә мөмкин . Ғаиләлә һәр ваҡыт эшһөйәрлек һәм яуаплылыҡ хөкөм һөрә.
Хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда. Мал көтәләр, ҡош-ҡорт тоталар. Уларҙың йорто , ихатаһы әллә ҡайҙан балҡып, бында тырыш хужалар йәшәй тип ҡысҡырып тора. Йәй етеү менән ишек алды сәскәләргә күмелә.
Ауылдың күркәм ғаиләһенә бәхетле тормош теләйбеҙ!

 



Сығанаҡ: Темәс ауылы китапханаһының «Бәйләнештә» төркөмө

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас