

Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Миңлегөл Ғүмәрова ҡарттар йорто ябылғас, ҡайҙа барырға белмәгән Виктор бабайҙы үҙ ҡарауына ала. Беренсе төркөм инвалиды булған ҡарт түшәктә ята, уны үҙ яҡынындай ҡәҙерләп баға, тәрбиәләй. «Сит кешене ни өсөн тәрбиәгә алдығыҙ?» тигән һорау биреү ҙә урынһыҙ кеүек. Әммә замандашым менән әңгәмәләшкәндә был һорауға үҙенән-үҙе яуап табылды: бары изге йөрәкле, миһырбанлы һәм хәстәрлекле кеше генә был аҙымға бара ала.
Темәс ауылында тыуып үҫкән Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы 1987 йылда Мәмбәт ауылы егете Рөстәмгә кейәүгә сыға. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы биш балалары донъяға килә. Бөгөн 10 ейән-ейәнсәргә өләсәй булған Миңлегөл Ғүмәрова оҙаҡ йылдар Баймаҡҡа йөрөп терапия бүлегендә санитарка булып эшләй. Төрлө сирлеләрҙе тәрбиәләргә тура килә уға. Дауаханала ятҡан кешелә йылы һүҙҙең ни тиклем ышаныс уята алыуын яҡшы аңлай, шуға күрә һәр саҡ яҡшы мөғәләмәлә булырға тырыша. Барлыҡ ауырыуҙарға ихлас ярҙам иткән хәстәрлекле ханымды бөтәһе лә үҙ итә, коллективта абруй яулай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә Миңлегөл апайға. Йәшләй генә Рәмзиә ҡыҙы яҡты донъяларҙан китә, уның ике балаһын үҙ ҡанаты аҫтына алып, бар яҡлап ярҙам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Баймаҡ ҡалаһында яңғыҙ йәшәгән әбей менән бабайҙы ҡарай. Эшләгән сағында 15 йәшлек Света исемле ҡыҙҙы тәрбиәләүгә ала. Күптәр Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы инвалидтарҙы ҡараған өсөн хөкүмәттән эш хаҡы алалыр тиһә, тәрән яңылыша. Бер ниндәй түләүгә өмөт итмәй, сит кешене ҡарау йөрәктең ни тиклем ҙур, күңелеңдең изге һәм мәрхәмәтле булыуын һөйләй. Бөгөн бәғзеләр үҙ ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән баш тарта, туғандары менән ҡатнашмай. Ә бында сит кеше ҡәҙерле, яҡын кешеһенә әүерелә.
—Ҡайһы берәүҙәр аңлап та етмәйҙер,–тип һүҙ башланы Миңлегөл Ғилметдин ҡыҙы.—Түбәләге ҡарттар йорто ябылыр алдынан Света шунда йәшәгән, миңә уны ваҡытлыса алып торорға кәңәш иттеләр. Бер ай үтте, икенсеһе, йыл артынан йылдар үтте, Светабыҙ 30 йәшкә барып етте. Кире алыусы булманы. 30 йәшенән һуң күп тә торманы вафат булды. Барлыҡ ерләү мәсьәләләрен дә үҙебеҙҙең көсөбөҙ менән атҡарып сыҡтыҡ. Стажыма йылдар ҙа өҫтәлмәне, тәрбиәләгән өсөн аҡса ла түләнмәне. Тәүҙә йәлләп ҡараным, аҙаҡ өйрәнеп тә киттек. Балалар ҙа үҙ итте, шулай 15 йыл ғүмер үтеп тә китте. Ирем яҡшы, балалар ҙа тәрбиәле, бер ауыр һүҙ әйтмәнеләр, киреһенсә, ярҙам иттеләр. Айырым бүлмә эшләнек, барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырҙыҡ. Ә Виктор бабайға килгәндә, уның да бер кеме лә юҡ. Тәүҙә район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлегендә ятҡан, аҙаҡ миңә шылтыраттылар. Йәнә риза булдым, үҙегеҙ күрҙегеҙ түшәктә ята. Пенсияһы аҡсаһына үҙенә кәрәк-яраҡтар алһаҡ, дарыуҙарына ла ҡалмай. Кешене алып сығып ташлап булмай, тәрбиәләргә тура килә.
Бер ниндәй дәғүәләр белдермәй, тыныс ҡына, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул иткән оло йөрәкле, сабыр һәм түҙемле ханымдың һөйләгәндәрен тыңлап, уның ни тиклем миһырбанлы һәм изгелекле булыуына хайран ҡалдыҡ. Бер кемде лә ғәйепләмәй ул, барыһын да Хоҙай ҡушыуы тип ҡабул итә, бер ниндәй ярҙам көтмәй, аҡса талап итмәй, бары тик яңғыҙ ҡалған ололарға йөрәк йылыһын өләшә, ҡайнар ашын ашата, тәрбиәләй, уларҙың ғүмерен оҙайта, йәшәйешен йәмләй.